Йомортҡа ни өсөн ҡиммәт? 13.01.2015

Бөгөн Өфөнөң сауҙа нөктәләрендә был продукцияның бер тиҫтәһе 50-нән 80 һумға тиклем тәҡдим ителә.  Көҙгөһөн хаҡтарҙың яҡынса  бер ярым-ике тапҡырға әҙерәк булыуын иҫәпкә алғанда, һуңғы мәлдәге үҙгәрештәр һатып алыусыларҙы ғына түгел, һатыусыларҙы ла аптырата.  

Йомортҡа икмәк йәки һөт ризыҡтары кеүек үк талап ителмәһә лә, рационды был продукцияһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Әммә бөгөн йомортҡа диңгеҙ аҙыҡтары һымаҡ деликатесҡа әйләнеп бара. Яңы йыл алдынан 15 йомортҡа һалынған ҡаптар 123 һумға тиклем күтәрелде. Әммә байрамдар үтһә лә хаҡтар артыҡ төшөргә уйламай. Тауыҡ алдан барлыҡҡа килгәнме, әллә йомортҡамы тигән мәңгелек һорауҙы үҙгәртеп, бөгөн тауыҡ алтынмы, әллә йомортҡамы тип әйтергә мөмкин. Сөнки һуңғыһының хаҡы тура мәғәнәһендә ҡиммәтле металлдарҙыҡына тиңләшеп бара. Әле Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә йомортҡаның бер тиҫтәһен 50-нән 80 һумға тиклем алырға мөмкин. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттән белдереүҙәренсә, йыл һайын ҡыш йомортҡаға хаҡтар күтәрелә. Сөнки был мәлдә шәхси ҡураларҙағы тауыҡтар йомортҡа һалыуҙан туҡтай һәм сауҙа баҙарында ихтыяж арта. Икенсенән, банктарҙа кредит проценттары күтәрелеү сәбәпле, ҡошсолоҡ фабрикалары ауырлыҡ кисерә, шуға күрә әле ҡеүәтле предприятиелар ғына үҙ позицияһын һаҡлап килә. Башҡортостан ҡошсолоҡ фабрикаларын үҙ эсенә алған Урал-Волга буйы агросәнәғәт төркөмө етәкселеге әйтеүенсә, йомортҡаға хаҡтар күтәрелеүе бик күп факторҙарҙан тора. Һәм улар туранан-тура илдәге иҡтисади хәл, валюта баҙарындағы үҙгәрештәр менән бәйле. Артур Холдоенко, Урал-Волга буйы агросәнәғәт төркөмө етәксеһе: «Йомортҡа Башҡортостандыҡы булһа ла, емде, ашламаларҙы сит илдәрҙән алабыҙ. Икенсенән, бизнестың кредит иҫәбенә йәшәүе бер кемгә лә сер түгел, банк ставкалары хаҡтарға туранан-тура йоғонто яһай». Белгестәр фекеренсә, хаҡтар күтәрелеүҙән сығыуҙың юлдары бар. Тәү сиратта, ҡошсолоҡ фабрикалары өсөн емде үҙебеҙҙә етештереү, икенсенән, төбәктәрҙә ҡош-ҡорт үҫтереү буйынса махсуслашҡан бәләкәй фермалар иҫәбен арттырыу. Продукцияның үҙҡиммәте төшөүе һәм ихтыяж кәмеүе хаҡтарҙы көйләргә лә булышлыҡ итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика