Ямалда аслыҡ иғлан итеүсе вахтасылар эш биреүсенең офисын штурмлай

Ямалда аслыҡ иғлан итеүсе вахтасылар эш биреүсенең офисын  штурмлай 09.11.2016

Төҙөүселәр бригадаһы күптән түгел  «Ярҙам кәрәк» тигән видеояҙманы интернетҡа һалғайны. Эшселәр белдереүенсә уларға өс ай дауамында эш хаҡы түләнмәгән. Алтмышлаған хеҙмәткәр Яңы -порт ятҡылығында эшләгән.

Был хеҙмәткәрҙәр бөтәһе лә «Коксхиммонтаж» компанияһында эшләгән. Өфөлә теркәлгән фирма уларҙы эшкә алған. Эш биреүселәр хеҙмәт хаҡы оҙаҡ ваҡытҡа тотҡарланманы, тип белдерә.Сәбәбе банк иҫәбе эшмәкәрлеген туҡтатыу.
Геннадий Москоков, махсус монтаж идаралығы етәксеһе: «Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын егерменсе октябрҙә алмауын белгәс тә, банкҡа мөрәжәғәт иттек. Халыҡ эш хаҡын алты көнгә һуңлап алды. Бер аҙ сабыр итһәләр, булыр ине. Банк беҙгә  иҫәп-хисапты туҡтатырын алдан иҫкәртмәне».
Аслыҡ иғлан итеүселәр эштән бушатыуҙарын үтенеп, ғариза яҙған. Беҙ фирма офисында репортаж төшөргән ваҡытта эштән китеүсе бер төркөм эшселәр  хеҙмәт хаҡында ҡалған бурыстарын  түләүҙе талап итте.
Эшселәр бер төптән эш биреүсе хеҙмәт килешеүендә күрһәтелгән пункттарын үтәмәне, тип белдерә. Хеҙмәткәрҙәргә махсус эш кейеме бирелмәгән, уларҙың хәүефһеҙлеге тәьмин ителмәгән, мастерға ҙур күләмдә штраф һалынған.
Александр Климов, Яңы Порт ятҡылығының элекке хеҙмәткәре: «Эш биреүсе беҙҙән ашау һәм юл хаҡын да тотоп ҡалды. Мин эштән китеүемдең сәбәбенә эш биреүсе ғәйепле, тип ғариза яҙҙым».
Һигеҙ хеҙмәткәргә бурысы барлығы хаҡындағы мәғлүмәт  эш биреүсене аптырашта ҡалдырҙы. Төҙөлөш монтаж идаралығының офисы кеше күҙенән йыраҡ,Урман техникумы урамының төпкөл  бер мөйөшөндә урынлашҡан. Ике -өс ай ғына эшләүсе ойошма алтмышлап кешене эшкә алған. Эштән үҙ теләге менән ғариза яҙып китеүселәр проблема килеп тыуған һайын был ойошманың юридик адресы һәм реквизиттары үҙгәреүен билдәләй. Әлеге ваҡытта проблеманы Тәфтиш комитеты тикшерә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку