Ялған ризыҡтар юҡ ителергә тейеш

Ялған ризыҡтар юҡ ителергә тейеш 24.11.2015

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте белгестәре импортты алмаштырыу  буйынса  комиссияға  ошо туралағы тәҡдим әҙерләгән. Унда шулай уҡ фальсификат етештереүселәрҙе язаға тарттырыу тураһында ла һүҙ бара. Был турала бөгөн Өфөлә үткән кәңәшәмә лә етди һөйләшеү булды. Осрашыуға республиканың һөт һәм икмәк ризыҡтары етештереүселәре саҡырылды.  

Рәсәйҙең һөт продукциялары баҙарында  фальсификаттарҙың күпләп теркәлеүе оло проблемаларҙың береһенә әүерелә бара.  Был тәү сиратта әлегә тиклем ғәмәлдә булған ГОСТ-арҙың бөтөрөлөүе, ә уның урынына декларация индерелеүе менән бәйле. Ғәҙәттә бындай декларацияларҙа етештереүселәр үҙ продукцияларында бер ниндәй ҙә  пальма майы ҡулланылмауын күрһәтә. Әммә ысынбарлыҡта ҡулланыусылар фальсификат тауар  алырға мәжбүр. Шуға күрә лә белгестәр бындай механизмды үҙгәртеп ҡорорғә кәңәш итә. Бер үк ваҡытта икмәк ризыҡтары менән дә ҡатмарлы хәл. Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты белгесе Наталья Корнеева фекеренсә, бер нисә йыл элек кеше башына йылына 63 килограмм икмәк тура килһә, хәҙер был һан 50 килограмға тиклем кәмегән. Әлбиттә, был әҙәм балаһының икмәкте әҙерәк ашай башлауын күрһәтмәй. Киреһенсә, ҙур предприятиелар менән бергә бәләкәй икмәк цехтары күпләп барлыҡҡа килә. Әммә уларҙың барыһы ла сифатҡа иғтибар биреп бармай. Шуға ла ла «түңәрәк өҫтәл» артында үткән һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар ялған ризыҡ етештереүселәргә ҡаршы көрәш, баҙарҙағы намыҫһыҙ конкурентлыҡ мәсьәләһе буйынса  ентекле фекер алышты.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку