Ялған продукцияға ҡаршы көрәш

Ялған продукцияға ҡаршы көрәш 12.03.2016

Ауыл эшсәндәре эшҡыуарҙар менән берлектә «Башҡортостандың легендар бренды» исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Был һорауҙы тәүгеләрҙән булып Ҡарламан һөт заводы күтәреп сыҡты. Предприятие бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәм ғаилә һөтсөлөк фермалары менән эшләргә әҙер булыуын белдерҙе.

Барыһына ла яҡшы таныш Ҡарламан ҡуйыртылған һөтө тәбиғи продукттан етештерелгән. Дәүләт стандартына тап килгән ризыҡты күптәр бала саҡ хәтирәһе тип тә йөрөтә. Тик халыҡ һөйөүен яулаған продукция һуңғы ваҡытта тулы ҡеүәтенә етештерелмәй. Быға бәйле, билдәле марканы файҙаланып, ялған продукция етештереүселәр һаны арта.
Башҡорт балы кеүек үк Ҡарламан ҡуйыртылған һөт продукцияһы ла шулай уҡ республика бренды һанала. Ләкин һуңғы ваҡытта төрлө факторҙар йоғонтоһонда уға даими ҡулланыштан юҡҡа сығыу янай. Ошоно иҫәпкә алып, Белорет ҡалаһында эшҡыуарҙар киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Маҡсат - Ватан етештереүсеһе тауарын пропогандалау.
Ҡарламан ҡуйыртылған һөтө тип күрһәтеп ялған тауар сығарыуҙың бер нисә осрағы теркәлде. Миҫалды оҙаҡ эҙләргә кәрәкмәй. Консерва банкыһы тышында бәләкәй хәрефтәр менән «Омскийҙа етештерелгән» тигәненә лә бер кем дә иғтибар итмәй. Шуға ла ҡырмыҫҡалылар үҙ ҡулланыусыһын юғалтмаҫ элек эшкә ныҡлап тотонорға теләй. Үҙ исемен улар бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән киң мәғлүмәт саралары ярҙамында ҡайтарырға иҫәп тота.
Галина Шалькова, «Ҡарламан продукты» ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары: «Беҙ рәсми логотип эшләп сығарып, уны төрлө күргәҙмәләр буйлап йөрөттөк. Продукция ҡайҙа етештерелгәнен танытыр өсөн. Тауарҙа Прибельский ауылы тип яҙылған икән, тимәк, ул тап беҙҙең заводтыҡы. Әгәр инде Омск тиелһә, беҙҙең уға бер ниндәй ҙә ҡыҫылышыбыҙ юҡ. Сифат буйынса ла улар беҙҙән күпкә ҡалыша».
Был фекер менән журналистар ҙа килеште. Урындағы продукцияның әйләнешен яйға һалыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.
Эшкә бергәләп тотонғанда ғына республиканың иҡтисади хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итергә мөмкин тип билдәләнде осрашыуҙа. Әлегә «Башҡортостандың легендар бренды» проектын Урал аръяғында тормошҡа ашырыу юлдары барлана. Әгәр инде тәжрибә үҙен аҡлаһа, уны республиканың башҡа төбәктәренә, шул иҫәптән, күрше өлкәләргә лә сығарыу маҡсаты ҡуйылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку