Яғылған мейес өҫтөндә өшөргә мөмкинме?

Яғылған мейес өҫтөндә өшөргә мөмкинме? 16.11.2016

Был һорауға Өфөнөң Эшсе хәбәрселәр урамындағы йорттарҙың береһендә эшләүсе йүнселдәр эйе тип яуап ҡайтара.  Быйыл мартта улар һатып алған Бизнес үҙәк бүлмәләренә йылы биреү туҡтатылған. Шунлыҡтан утыҙлаған офис хеҙмәткәренә һыуыҡ бүлмәләрҙә эшләргә тура килә. Бер үк ваҡытта аҫҡы ҡаттарҙағы торбалар буйлап даими рәүештә йылы һыу йүгерә.

Бизнес-үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эш көнө йылытыу ҡоролмаларын тоҡандырыуҙан башлана. Әммә был тиклем приборҙар ҡабыҙыуҙан  электр уты йыш ҡына сафтан сыға. Бар проблема бүлмәләрҙең йылылыҡ менән тәьмин ителмәүенә барып тоташа.  Быйыл мартта Өфөнөң инженер селтәрҙәре бинаның 3 һәм 4-се ҡаттарын йылытыуҙан баш тарта.
Бизнес үҙәктең һуңғы ике ҡатында өс тиҫтәләп офис урынлашҡан. Әммә уларҙың барыһы ла үҙ клиенттарын һыуыҡ бүлмәләрҙә ҡабул итергә мәжбүр. Уңайлыҡтар булмағас ҡайһы бер йүнселдәр бизнестарын япҡан, күптәре икенсе биналарға күсеп киткән. Эшҡыуарҙарға ярҙам итер урынға, был бинала тәгәрмәскә таяҡ тығырға маташалар, ти йүнселдәр.  
Бинаның беренсе ҡатында Өфө инженер селтәрҙәренең үҙәк йылытыу пункты урынлашҡан. Шуға ҡарамаҫтан, өҫкө ҡаттар йылылыҡ менән тәьмин ителмәгән. Был кеше ышанмаҫлыҡ хәл, ти милекселәр. Сөнки мейес өҫтөндә эшләп тә, улар һыуыҡтарға бирешергә мәжбүр.
Йүнселдәр ярҙам һорап ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгән. Әммә улар килеп тыуған  проблеманы идарасы компания аша хәл итергә мөмкин тигән яуап ала. Эшҡыуарҙар иһә хеҙмәтләндереүсе ойошма менән туранан-тура килешеү төҙөү яҡлы. Сөнки әлеге тиклемге идарасы компанияның ресустар менән тәьмин итеүсе ойошмаға ҙур күләмдә бурысы йыйылған.
Ә бына Өфө инженер селтәрҙәре ҡабул иткән ҡарарын үҙгәртергә ашыҡмай. Проблеманы хәл итеү өсөн улар йыйылған бурысты ҡайтарырға ҡуша.
Уҙған ҡыш буйына йылылыҡ менән килешеүһеҙ ҡулланғаны өсөн был бинаның Өфө инженер селтәрҙәренә 402 мең һум күләмендә бурысы бар.   Быйылғы йылытыу миҙгеленә закон ниҙендә килешеү төҙөмәйенсә, йыйылған бурыстар тағы ла артасаҡ.  
Физика законы буйынса йылылыҡ өҫкә күтәрелергә тейеш. Әммә был ҡағиҙә Эшсе хәбәрселәр урамындағы Бизнес үҙәкте урап үтә. Йүнселдәр сатлама һыуыҡтарға тиклем проблеманың ыңғай хәл ителеренә ышана. Юғиһә, республикала эшҡыуарҙар һанының, шул иҫәптән урамда ҡалыусы хеҙмәткәрҙәрҙең тағы ла артыуы ихтимал.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика