Яңы йылды - яңы торлаҡта

Яңы йылды - яңы торлаҡта 18.12.2017

Ейәнсура районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 14 балаға яңы йорт асҡыстары тапшырылды. Шулай уҡ район хакимиәтендә үткән тантанала «Башҡортостандың төҙөлөш комплексын үҫтереү» программаһы сиктәрендә 7 йәш ғаилә миллион 473 мең һум күләмендә сертификат алды.

Район хакимиәте башлығы яңы торлаҡ хужаларының шатлығын уртаҡлашып, яңы торлаҡ шарттары менән танышты. Йәш ғаилә Бжиковтарҙың шатлығының сиге юҡ. Йорт иркен, йыуыныу, аш-һыу бүләмәһе, зал заманса йыһазландырылған. Асҡыс алыусылар ҡыуанысын йәшермәй, фатирҙар яҡты, йылы, уңайлы итеп төҙөлгән. 2015 йылдан алып районда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм  ҡалған 36 бала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшкән. Тағы ла 112-һе сиратта тора, шуларҙың ун бишенә киләһе йыл яңы торлаҡ асҡыстары тапшырылыр тип көтөлә. Йорттарҙың Ново Павловка биҫтәһендә төҙөлөүе йәш ғаиләләргә уңайлыҡтар тыуҙыра, сөнки өр-яңы балалар баҡсаһы, мәктәп тә эргәлә урынлашҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку