Яңы йыл алдынан Салауат районында тиҫтәнән ашыу йәш ғаилә өй туйлаясаҡ

Яңы йыл алдынан Салауат районында тиҫтәнән ашыу йәш ғаилә өй туйлаясаҡ 27.10.2017

«Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы ярҙамында йорт күтәрткән парҙар менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә аралашты.

Әлфинә менән Денис Йосоповтар  ике ҡатлы өй төҙөп сығырға күптән хыяллана. Башта йәш пар Салауат районы Малаяҙ ауылында ер участкаһы һатып ала, унан һуң «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы буйынса  торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия алыуға сиратҡа баҫа. Ике йыл да үтмәй, өй төҙөлөшөнә улар дәүләттән финанс ярҙам - 588 мең һум аҡса ала.
Йортҡа ут менән газ үткәрергә генә ҡалған. Эске яҡтан биҙәкләү эштәрен иһә йәштәр үҙ көсө менән башҡарырға йыйына. Әйткәндәй, Әлфинә менән Денис Йосоповтарҙың федераль программа буйынса субсидия алыуы осраҡлы түгел. Районда улар көнбағыш ҡыҙҙырыу буйынса цех асҡан, шулай уҡ шәхси хужалыҡтары бар. Өфө вуздарын тамамлап тыуған яғына йәшәргә ҡайтҡан йәш белгестәрҙең киләсәккә пландары ла изге.
Миләүшә Бикмеева ла ике йыл элек ауыл хужалығын үҫтереүгә миллион ярым һумлыҡ грант алып, районда һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Йәш фермерҙың уңыштары бының менән генә сикләнмәй. Тиҙҙән ул да өй туйлаясаҡ. «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль программаһы ярҙамында алынған субсидия күләме шулай уҡ яҡынса 600 мең һум тәшкил итә.
«Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль программаһы буйынса Салауат районында быйыл тағы ла 16 йәш ғаилә һәм йәш белгес торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия алған. Бәхетле исемлектә - Эльвира менән Рөстәм Рауиловтар ҙа бар. Күп балалы ғаилә өй төҙөлөшөн 2015 йылда уҡ башлаған.
Ҡуртымға алынған фатирҙа ике ҡыҙ һәм ул тәрбиәләүе ауырға төшөр ине. Хәйер, бюджет өлкәһендә эшләүселәр ҙә дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Бәхетле пар икеһе лә һөнәре буйынса табиптар, әлегә йәш әсә декрет ялында булһа, Рөстәм район дауаханаһында онколог булып эшләй.
Быға тиклем ғаилә район үҙәгендә ҡуртымға фатир алып йәшәгән. Һәр бала үҙ бәхете менән тыуа тигәндәй, «Әсәлек капиталы»н алыу ҙа йәштәрҙең йөҙ квадрат метрлы булыуына ярҙам итә.
«Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» программаһы республиканың башҡа райондарында ла уңышлы тормошҡа ашырыла. 2014 йылдан алып уның ярҙамында ике меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Төбәк һәм федераль бюджеттан барлығы ике миллиард һумға яҡын аҡса бүленә. Әйткәндәй, был программа буйынса шулай уҡ ауыл халҡын һыу, газ менән тәьмин итеү, юлдарҙы төҙөкләндереү, социаль учреждениелар төҙөү кеүек эштәр ҙә әүҙем алып барыла.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку