Яңы йылға ҙур бүләк

Яңы йылға ҙур бүләк 14.12.2017

Иглин ҡасабаһының «Солнечный» биҫтәһендә өс саҡрымға яҡын араға ҡырсынташ  һалына. 2014-2015 йылдарҙа биҫтәлә  ишле һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалары булған ғаиләләргә льгота буйынса ер участкалары бүленә, әммә юл булмауы уларға төрлө ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Бөгөн дүрт урамға ҡырсынташ түшәү эштәре тамамланыу алдында.

Ҡола яланда йорт һалып сығыусылар биҫтәлә юл кәрәклеген яҡшы аңлай. Яҙлы-көҙлө батҡаҡтан арыған ғаиләләр иномаркаларын «Нива»ға алыштырырға мәжбүр булған. Баш ҡаланан саф һауа, тыныслыҡ эҙләп килгән Салауат Фидаи ғаиләһе йылдан-йылдан йәшәү өсөн шарттар булдырылыуға шатланып бөтә алмай.  
Салауат Фидаи, «Солнечный» биҫтәһендә йәшәүсе: «Мин йорт һала башлағанда бында ялан ине. Башта ут үткәреүҙәрен көттөк, аҙаҡтан юл. Минең өс балам бар. Беҙ ҙә льгота буйынса ер алдыҡ. Әлбиттә, урындағы хакимиәткә рәхмәтлебеҙ, юл булыуы мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөүҙе еңелләштерәсәк».
Биҫтәлә ишле һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалары булған ғаиләләргә бынан ике-өс йыл элек льгота буйынса ер участкалары бүленә, әммә юл булмауы төрлө ҡатмарлыҡтар тыуҙырған. Ҡырсынташ түшәлеү менән биҫтәлә тормош та йәнләнгән. Төҙөлөш өсөн район бюджетынан 3 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.
Регина Байдәүләтова, Иглин ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы: «Ике аҙна элек хеҙмәткәрҙәр эш башланы. Биш урам буйлап шартына килтереп ҡырсынташ түшәлә. Юл һалыу биҫтәлә ер участкалары алыусыларға Яңы йыл алдынан ҙур бүләк буласаҡ».
Ишле ғаиләләр өсөн йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында урындағы етәкселек яҡын киләсәктә биҫтә урамдарын яҡтылыҡ менән тәьмин итеү, газ һәм һыу үткәреү мәсьәләләрен ҡарай. Шулай уҡ ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан Иглин ҡасабаһында йәйәүлеләр өсөн 38 саҡрым тротуар төҙөү ҡарала.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку