Яңы проекттар, яңы үрҙәр

Яңы проекттар, яңы үрҙәр 06.11.2017

Күгәрсен районы Воскресенское ауылында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Балалар спорты» федераль проекты ярҙамында мәктәп спортзалы төҙөкләндерелде.

Яңы спорт объектында уҡыусыларға барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Быға тиклем уҡыусыларға ярыҡ иҙәнле һыуыҡ залда шөғөлләнергә тура килгән. Хәҙер инде үҫмерҙәргә һалҡын тейҙереү һәм имгәнеү ҡурҡынысы ла янамай.  Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Йомағужа ауылы халҡы ла оло бүләк алып ҡыуанды. Иртөбәк йылғаһы аша күптән таушалған күпер урынына яңы ҡоролма  сафҡа инде.  
«Реаль эштәр» проекты сиктәрендә Мораҡ  балалар ижады үҙәгендә яңы роботехника түңәрәге уңышлы эшләй.  Хәҙер ауыл малайҙары ҡалалағы йәштәштәренән бер ҙә ҡалышмай. Түңәрәктә улар роботтар эшләй, 3D принтерҙа төрлө фигуралар сығара. Үҙәктә барлығы ете түңәрәк әүҙем эшәмкәрлек алып бара. Мәҡсүт ауыл мәҙәниәт йорто «Урындағы мәҙәниәт йорто» проектында ҡатнашҡан. Федераль проект нигеҙендә бүленгән аҡсаға мәҙәниәт йортона сәхнә йыһаздары, компьютерҙар, телевизор, бильярд һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алынған. Яңыртылған мәҙәниәт ус ағына  күп функциялы ауыл клубы статусы бирелде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку