Яңы етештереү линияһы заман талабы

Яңы етештереү линияһы заман талабы 23.07.2016

Иглин районында Рәсәйҙә берҙән-бер үлсәү заводы бар. Башлыса сәнәғәт һәм ауыл хужалығы ихтыяждары өсөн продукция  етештереүсе завод иҡтисади көрсөк шарттарында тулы ҡеүәтенә эшләй алмай. Механик үлсәүҙәргә  һорау булмағанлыҡтан етештереү ҡеүәте лә кәмей һәм хеҙмәт хаҡы ла бөгөнгө талаптарға тап килмәй.

Завод директоры Владимир Соловьев  беҙҙең үлсәүҙәргә  һорау 2012 йылдан ҡырҡа кәмей башланы тип белдерә. Ысынлап та бөгөн ҡайҙа ҡарама Ҡытай электроникаһы менән үлсәүҙәр. Улар адапторҙар ярҙамында үҙ аллы ла эшләй ала..Бөгөнгө көндә Иглин  заводы продукцияһын механик үләсәүҙәргә күнеккән кешеләр генә һатып ала. Башлыса мал, ҡатнаш аҙыҡ өсөн үлсәүҙәргә электроника ҡуйыла ,әммә улар  бик аҙ күләмдә етештерелә. Завод тулы ҡеүәтенә эшләмәй.  
Coвет осоронда үлсәү заводы бер-нисә сменала эшләй.  Элек 600 кеше эшләһә , әлеге ваҡытта элекке  хеҙмткәрҙәрҙән 80 кеше генә ҡалған. Тулы ҡеүәткә эшләп өйрәнгән эшселәр заводҡа яңырыш килһен тигән өмөттә.
Йыйыу цехында яңы етештерәлгән механик үлсәүҙәр үҙ һатып алыусыһына барып етерме -юҡмы уныһы билдәһеҙ, әммә буш торған  майҙандарға йән өрөп ,тулы ҡеүәтҡә эшләтеү мөмкинлеге бар.
Миҫал өсөн Иглиндә күптән түгел асылған электр заводын килтерергә була. Бер-нисә өлөштән торған завод баҙар шарттарына яраҡлашып, сәнәғәт,ауыл хужалығы һәм яңы төҙөлөштәр өсөн трансформаторҙар етештерә. Етештереү ҡеүәте тәүге йылдарҙа- 80-85 миллион  һум тәшкил итһә, үткән йылда 100-160 миллион һум тирәһе.
водта эш туҡтамай, ҡороу, йыйыу цехтарында һәр ваҡыт йәнлелек.
Завод башлыса Рәсәй сеймалында эшләй.Бары тик нефть сәнәғәте өсөн генә  ҡорамалдарға сит ил детальдәре ҡулланыла. Бәләкәй трансформаторҙарынан бер-нисә блоклыһын етештерергә тотонор  өсөн  майҙандар етеңкерәмәй. Эшселәрҙең күбеһе  элек үлсәү заводында эшләгән. Электр ҡорамалдарын етештереүселәрҙә  Иглин үлсәү заводының буш торған цехтарын һәм  технологияларын үҙгәртеп ҡороу идеяһы ла бар.Әммә идея менән генә был мәсьәләне хәл итеү мөмкин түгел.
Күҙ ҡурҡа-ҡул һәм баш эшләй тигәндән, тулы ҡеүәтенә эшләмәгән, механик үлсәүҙәр заводының  артыҡ популяр булмаған производствоһын ҡотҡарыу юлы бер- заводты баҙар шарттарына яраҡлашып, Иглинда асылған электр заводтары кеүек  уңышлы эшләүсе ойошмаға ҡарамағына күсереү.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика