Яңы Булгаков ауылында ике йылдан ашыу төҙөлмәй торған йорттарҙа эш ҡайтанан тергеҙелде

Яңы Булгаков ауылында ике йылдан ашыу төҙөлмәй торған йорттарҙа эш ҡайтанан тергеҙелде 30.01.2018

Ниһайәт, халыҡтың хәләл аҡсаһына алған йорттарын туйлауға өмөтө уянды. Торлаҡ хужалары һәм республика етәкселегенең берҙәм тырышлығы менән яңы төҙөлөш компанияһы табылды һәм  эш йәнләнде. Быйыл октябрь аҙағына тиклем йорттар тапшырылырға тейеш, тип ышандыра төҙөүселәр.

Лилиә Ғилуанова Яңы Булгаков ауылын урманға яҡын булыуы, ҡала шау-шыуынан ситтә булыуы өсөн һайлаған. Олоғайған көндә ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарап, тыныс шарттарҙа көн итер өсөн. Ләкин әлегәсә мәшәҡәттәрҙән арынған юҡ  әле, ти ханым. Йорт төҙөлөшө ике йылдан ашыу туҡтап тора.
Лилиә Ғилуанова, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусы: «Беҙ был фатирҙы үҙебеҙ  өсөн ҙур аҡсаға һатып алдыҡ. Олоғайған көнөбөҙҙә рәхәтләнеп ҡала ситендә йәшәрбеҙ тип хыялландыҡ. Ләкин ике йыл инде был йорт нервыларҙы ашаусы ғына».
Яңы Булгаков ауылында Лилиә ханым  хәлендә ҡалыусылар биш йөҙҙән ашыу. Подрядсы ойошма бөлгөнлөккә төшкәс халыҡ та проблемалары менән япа-яңғыҙы ҡала. Йорт хужаларының иҫәпһеҙ-һанһыҙ ялыуҙарынан һуң мәсьәләне  республика етәкселеге күҙәтеүгә ала.  Булдыҡһыҙ төҙөүсе менән хушлашып яңы инвестор табыуға өлгәшелә.
Айгөл Власова, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусы: «Яңы төҙөлөш компанияһы вәкилдәре менән бәйләнешкә индек тә. Элеккеләр кеүек ҡасып йөрөмәйҙәр. Аралашалар, аңлаталар, ҡаршыға киләләр. Тиҙҙән фатир туйлауға өмөт уянды».
Яңы Булгаков ауылында йәмғеһе  күп фатирлы егерме йорт төҙөлөшө туҡталған. Көс- хәл менән уларҙың өсөһө файҙаланыуға тапшырылған. Ун өсөн яңы төҙөлөш компанияһы йыл аҙағына тиклем сафҡа индеререгә вәғәҙә итә. Ә бына дүрт йорт төҙөлөшө бөтөнләй туҡтатылыуы ихтимал.
Валерий Прудской, төҙөлөш компанияһы директоры урынбаҫары: «Йорттар нефть үткәргестәргә үтә лә яҡын урынлашҡан. Шуға күрә төҙөлөштө туҡтатырға ҡарар ителгән. Беҙ был  дүрт өйҙән фатир алыусыларға шундай уҡ фатирҙарҙы башҡа йорттарҙан бирәсәкбеҙ».
Йорттарҙа эш әле үк башланған. Ләкин төҙөүселәр башлыса коммуникациялар, электр , һыу һәм йылытыу торбалары үткәреү менән мәшғүл. Көндәр йылытыу менән тышҡы эштәргә күсәсәкбеҙ тип ышандыралар.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку