Яңы Балаҡатай ауылында 70-се йылдарҙа һалынған күпер һүтелә башлаған

Яңы Балаҡатай ауылында 70-се йылдарҙа һалынған күпер һүтелә башлаған 29.11.2017

Уның урынына яңыһы һалынасаҡ. Билдәле булыуынса, иҫке ҡоролма яҡынса 60 процентҡа эшлектән сыға, емерелеү хәүефе юғары була. Подрядсы ойошма килешеү буйынса төҙөлөш эштәрен бер йыл эсендә тамамларға вәғәҙәләй.

Әлегә урындағы халыҡ уңайлығы өсөн йылға аша урау юл һалынған, асфальт  түшәлгән. Һыу ағымын иһә дүрт торба тәьмин итә. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күләмле проекттың тормошҡа ашырылыуы көтөп алынған ваҡиға. Был транспорт хәрәкәте йүнәлеше буйынса Яңы Балаҡатайҙан башҡа ауылдар менән бәйләнеш булдырыла.
Альберт Шафиҡов, Балаҡатай районы хакимиәтенең иҡтисад, төҙөлөш һәм тәьминәт идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Иҫке күперҙең етешһеҙлектәре күп ине, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында яңыһын һалырға ҡарар ителде. Төҙөлөш эштәре киләһе йыл октябрҙә тамамланыр тип күҙаллана.  Дөйөм сығым күләме - 27  миллион һум».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку