Яҡташтарыңа хеҙмәт итеү ҙур мәртәбә

Яҡташтарыңа хеҙмәт итеү ҙур мәртәбә 26.06.2017

Ҡыйғы районында йәшәүсе эшҡыуар Руслан Гергель шундай фекерҙә. Төпкөлдә бәләкәй предприятие асыусы  социаль яуаплылыҡ төшөнсәһенә нигеҙләнеп эш итә. Ауылдаштарына яңы эш урындары аса, хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләй, ҡаҙнаны тулыландыра, хәйриә проекттарынан да ситләшмәй.

Илвир Заһретдиновтың ҡулында  ағас киҫәге лә йәнләнә. Оҫта әле ҡыйғыр бөркөт һынын әҙерләй. Тиҙҙән ҡош кемдеңдер баҡсаһын биҙәйәсәк. Ағасты сеймал килеш һатҡансы, уны эшкәртеү хәйерлерәк тигән фекерҙә оҫта. Шуға ла  Ҡыйғыла эшҡыуар Руслан Гергель  йорт йыһаздары оҫтаханаһын ойошторғас  та, икеләнмәйенсә бәләкәй предприятиеға эшкә килә.  Илвир эшләгән баҡса кәрәк-яраҡтары,  көнкүреш әйберҙәре күптәрҙең күңелен яулап өлгөргән.
Руслан эшен ошо ағас бысыу цехынан 2011 йылда башлап ебәрә. Берҙән-бер мөлкәте 12 модель Лада автомобилен һатып тәүге станогын ала. Әле бында көнөнә 10 кубометр самаһы ағас эшкәртелә.
Динар Хизбуллин бәләкәй предприятиела, цех асылған көндән бирле эшләй.Таҡта быса, йорт комплекттарын әҙерләй. Эш күләме етәрлек, хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә,- ти хеҙмәткәр.
Төбәк үҫешенең нигеҙе- эшҡыуарлыҡ, тигән фекерҙә Руслан Гергель. Йүнселдәр яңы эш урындары аса. Хеҙмәт хаҡы түләй, ҡаҙнаны тулыландыра. Эш башлауы еңел түгел, административ кәртәләр ҙә бар, әммә уларҙы  йырып сығырға мөмкин,- ти Руслан Гергель
Урындағы хакимиәттә лә эшҡыуарлыҡ үҫешенә ҙур өмөт бағлайҙар. Районда йүнселдәргә ярҙам программаһы ла уңышлы эшләй. Һуңғы арала был маҡсатта  2 миллион ярым һум аҡса бүленгән. Сығымдар үҙен тулыһынса аҡлай ти район етәкселеге.
Эшҡыуарлыҡ социаль яуаплылыҡты тойорға тейеш. Заманыбыҙҙа был төшөнсә  баҙар иҡтисадының төп ҡанундарының береһенә әйләнә бара. Төпкөлдә бит,   урындағы халыҡ тураһында хәстәрләү көндән-көн тап йүнселдәр иңенә күсә бара. Был үҙгәрештәрҙең асыҡ миҫалы- Ҡыйғы эшҡыуары Руслан Гергель.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку