Өйҙә йылы, түрҙә күңелле

Өйҙә йылы, түрҙә күңелле 09.02.2017

Башҡортостанда шәхси йылытыу системаһына күсеү программаһы бойомға ашырыла. Уның сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙа махсус ҡаҙанлыҡтар урынлаштырыла. Халыҡ иһә ҡиммәтле йылытыу ҡоролмаһының ни бары ун процентын түләй. Социаль учреждениелар ҙа автоном йылытыу системаһына күсерелә. Был саралар коммуналь түләүҙәр өсөн сығымдарҙы шаҡтай кәметергә форсат бирә.

Алһыу Букреева йәшәгән йортта 2015 йылда уҡ шәхси йылытыу ҡоролмаһы урынлаштырылған.  Ике контурлы ҡаҙанлыҡ фатирҙы ла , һыуҙы ла йылыта. Үҙәкләштерелгән системанан баш тартҡандан һуң коммуналь түләүҙәр шаҡтай  кәмегән. Хаҡлы ялдағы ханым өсөн был айырыуса мөһим.

Дүртөйлө балалар приютында тәрбиәләнеүселәр бейеү өйрәнә. Учреждениеға модулле ҡаҙанлыҡ урынлаштырылғаны бирле кескәйҙәрҙең кәйефе күтәренке, ти тәрбиәселәр. Бер нисә йыл элек бина һыуыҡ булған.Өҫтәүенә алыҫтағы ҡаҙанлыҡтан йылы һыу ҙа килеп етмәгән.  Әле хәл үҙгәргән.

Учреждение хәҙер автоном рәүештә йылытыла. Зәңгәр яғыулыҡта эшләүсе модулле ҡаҙанлыҡ ҡоролмалары тулыһынса тиерлек автоматлаштырылған.Уны хеҙмәтләндереү өсөн киткән сығымдар, йылылыҡ селтәрҙәрен ремонтлауға ҡарағанда күпкә арзанға төшә, тип билдәләй урындағы йылылыҡ селтәре хеҙмәткәрҙәре.

Дүрөйлөлә әле 317 фатир шәхси йылытыу системаһына күсерелгән, 3 модулле ҡаҙанлыҡ урынлаштырылған. программала ҡатнашырға теләүселәр һанын күп булыуын иҫәпкә алып, уны артабан дауам итеү теләге лә бар. Төбәктә әле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына тапшырылған мөрәжәғәт һөҙөмтәһен көтәләр.

Башҡортостанда программа 2021 йылға тиклем иҫәпләнгән. Быйыл ғына республикала 2 меңдән ашыу фатирҙа шәхси йылытыу ҡоролмаһы һәм 20 модулле ҡаҙанлыҡ урынлашытырыу пландары бар.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика