Йөҙ йыллыҡҡа йөҙ объект

Йөҙ йыллыҡҡа йөҙ объект 21.11.2017

Бер быуатлыҡ юбилейға республикала 100 объект проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Был исемлеккә 150-гә яҡын объект ингән, уларҙы сафҡа индереү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан ҙур күләмдә аҡса бүленә. Программала мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь, юл һәм һыу хужалығы, спорт учреждениелары бар.

Юбилей объектарының береһе Туймазы ҡалаһында. Башланғысҡа нигеҙ һалынған да инде. Ҡалала заманса алымдар менән йыһазландырыласаҡ ҙур ҡаҙанлыҡ төҙөлә.
Ун меңдән ашыу кеше йәшәгән Ҡандра ауылының да хәҙер үҙ ҡаналығы бар. Ул ярты йыл эсендә сафҡа ингән. Заманса алымдар менән йыһазландырылған объект үҙ һөҙөмтәһен биргән. Мәҫәлән, ауылда электр уты булмаған осраҡта ла ҡаҙанлыҡ үҙ эшен дауам итә.
Ҡандра ауылына ҡаҙанлыҡтың кәрәклеге көнүҙәк мәсьәлә булып торған. Халыҡҡа 30 йылдан ашыу хеҙмәт иткән йылылыҡ биреүсе бина бар яҡлап та иҫкергән. Шуға ла яңыһын төҙөү талап ителгән. Ил һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән финанс ярҙам һөҙөмтәһендә объект тиҙ арала сафҡа инә. Автоматлаштырылған ҡаҙанлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең дә эшен еңелләйткән.
Светлана Нуриева, оператор: «Автоматлаштырылған булыуға ҡарамаҫтан, эшкә яуаплы ҡарарға тырышабыҙ. Көн дә ҡаҙанлыҡтағы бар мәғлүмәттәрҙе лә Туймазы ҡалаһының йылылыҡ селтәрҙәре диспетчерына еткерәбеҙ. Әлбиттә, элеккеһе менән сағыштырырлыҡ түгел. Ер менән күк араһы тип әйтерлек. Беҙ генә түгел, урындағы халыҡ та был яңылыҡҡа һөйөнөп бөтә алмай».
Республика район-ҡалаларында  «100 йыллыҡҡа - йөҙ объект» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Туймазы районында ғына бер юлы дүрт мөһим социаль  объекттар исемлеккә ингән. Ул йылылыҡ селтәрҙәренән тыш, Туймазы ҡалаһында балалар поликлиникаһының төҙөлөшө, Ҡандра ауылында физкультура-һауыҡтырыу һәм «Туймазы-Арена» спорт-боҙ комплекстарының сафҡа инеүе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика