Йәштәр эшле булырға тейеш

Йәштәр эшле булырға тейеш 06.04.2016

Бөгөн  Өфөлә йәштәрҙең мәшғүллеген тәьмин итеүгә арналған кәңәшмә үтте.

Фекер алышыуҙа Рәсәйҙең биш төбәгенән һәм Ҡырғыҙстан менән Тажикстандан белгестәр ҡатнаша. Кәңәшмәлә һүҙ йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса ҡабул ителгән программаларҙың үтәлеше хаҡында бара. Эксперттар был документтарҙа эшләп еткерелмәгән етешһеҙлектәрҙе күрһәтте, үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Улар фекеренсә, әлеге ваҡытта, төп маҡсат булып эшсе һөнәрҙәргә иғтибарҙы арттырыу, халыҡтың ҡарашын үҙгәртеү тора. Сөнки эшһеҙлек тәү сиратта һорау менән ихтыяждың тап килмәүенән башлана. Был проблема бар төбәктәргә ла хас. Ҡырғыҙҙар  мәсьәләне микрокредиттар биреп бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү ярҙамында хәл итә.
Башҡортостандың да йәштәрҙең мәшғүллеген тәьмин итеү буйынса тәжрибәһе ҙур. Уҡыу йорттары менән предприятиелар араһында хеҙмәттәшлек урынлаштырыла, вакансиялар йәрминкәһе ойошторола, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү буйынса төрлө  программалар ҡабул ителә. Шулай уҡ  сығарылыш уҡыусыларына  ихтыяж менә файҙаланылған һөнәрҙәрҙе һайларға ярҙам итеү буйынса эш алып барыла.  Шулай ҙа белгестәр был йүнәлештәге программалар камил түгел тип иҫәпләй, берлектәге һөйләшеү  нескә урындарҙы асыҡларға һәм төҙәтергә булышлыҡ итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку