Йәшерен бизнес юлына күсеүселәр ҡаҙнаны тулыландырыуҙы тотҡарлай 09.07.2014

Спиртлы эсемлектәр һатыусы һәм пассажирҙар ташыусыларҙың йәшерен бизнес юлына күсеүе ҡаҙнаны тулыландырыуҙы тотҡарлай. Рөстәм Хәмитов республика бюджетын тулыландырыуға ҡамасаулаусы факторҙарҙы билдәләне.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, тәү сиратта сәнәғәт етештереү күләменең кәмеүе бәкәлгә һуға. Икенсенән республикала эш хаҡы фонды бик һүлпән үҫә. Хеҙмәт хаҡы күтәрелмәй икән, ҡаҙнаға тупланған һалым күләме лә кәмей. Яғыулыҡтың евро 5 стандарттарына күтәрелеүе лә һалымдарҙы кәметкән. Баҡтиһәң, юғары сифатлы бензин етештереүсе предприятиеларға законға ярашлы ташламалар ҡаралған. Спиртлы эсемлектәр һәм пассажирҙар ташыу өлкәһенең йәшерен эшмәкәрлеккә күсеүе лә бюджетҡа хилафлыҡ килтерә.
Һөҙөмтәлә тәүге ярты йылда ғына бюджетҡа 4 миллиард һумдан ашыу һалым йыйылмаған. Рөстәм Хәмитов киләһе ярты йыллыҡта был сумманы йыйып бөтөргә ҡушты. Йәмғеһе республика ҡаҙнаһы алты ай эсендә 60 миллиард һумға тулыланған. Был һандар үткән йыл менән сағыштырғанда 4 процентҡа күберәк, ләкин эште тағы ла әүҙемләштереү зарур, тине Рөстәм Хәмитов. Сөнки халыҡтың йәшәү кимәле, хеҙмәт хаҡы тап һалым йыйылыуына бәйле.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика