Йәшел энергия килә

Йәшел энергия килә 19.08.2016

Хәйбулла районында ҡояш электростанцияһының икенсе сираты өҫтөндә эш ҡайнай. Бүребай ҡасабаһы эргәһендә ҡояш панелдәрен монтажлау бара, эштәр яҡынса 20 гектар майҙанда башҡарыласаҡ.

Фотоэлектрик модулдәр көнө буйы энергия эшләп сығарһын өсөн уларҙы махсус рәүештә ҡояшҡа ҡаратып урынлаштыралар. Ҡояш электр станцияһында ҡулланылған ҡоролма һәм фото элементтарҙың 90 проценты Рәсәйҙә етештерелә. Проекттың икенсе сираты ғәмәлгә ингәс, уның дөйөм ҡеүәте 20 мегаВатт тәшкил итәсәк. Был 4 мең йортто электр менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирә. Проект шулай уҡ районда эш урындары булдырыу яғынан да әһәмиәтле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку