Йәшел энергетикаға йәшел ут

Йәшел энергетикаға йәшел ут 17.10.2017

Энергетика альтернатив юлдар менән үҫешергә тейеш. Йәғни ғәҙәтләнгәненә алмашҡа экологияға һаҡсыл, зарарһыҙ ысулдар барлыҡҡа килеүе мөһим. Был турала Өфөлә асылған Рәсәй энергетика форумында белдерҙеләр.

Юғиһә, хәҙерге энергетиканың файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк. Әле был тармаҡ 2015 йылда ҡабул ителгән Париж килешеүенә ярашлы үҫешә. Документта энергетиканың экологияға  килтергән зыяны күпкә кәметелергә тейеш тиелгән. Рәсәй, мәҫәлән, зарарлы ҡалдыҡтарҙы кәметеп глобаль йылыныуҙы бер йылға тотҡарлаған, ти ғалимдар. Ләкин был бик аҙ. Ябай ғына лампаларҙы алғанда ла . Илдә яҡтыртыу ҡоролмаларының ни бары өс проценты ғына диод лампалары. Һөҙөмтәлә энергияға ҡытлыҡ күҙәтелә. Был күренеш Башҡортостанға ла хас. Айырыуса  көнъяҡ райондарҙа электр утына ихтыяж ҙур.

17-се Рәсәй энергетика форумы сиктәрендә халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған. ,, Урал энергетикаһы,,  тип исемләнгән  күргәҙмә эшләй. Тармаҡ белгестәре әйтеүенсә,  технологиялар бер урында тормай. Бындай осрашыуҙар иһә тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу, яңы эш алымдарын үҙләштереү мөмкинлеген бирә.  Быйыл форумда Рәсәйҙең 23 төбәгенән 120 компания вәкиле ҡатнаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку