Йәш эшҡыуарлыҡ мәктәбе

Йәш эшҡыуарлыҡ мәктәбе 15.03.2016

Башҡортостандың  бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү фонды ярҙамында  Өфөнөң киң профилле һөнәри белем биреү колледжында  йәш ғалимдар өсөн курстар башланды. Аҙна буйы дауам иткән лекцияларҙы өлкә белгестәре һәм эшҡыуарҙар  уҡый.

Колледж алты урта һөнәри һәм дүрт эшсе һөнәрҙәр буйынса белем бирә. Студенттар ашнаҡсы, тегенсе, костюмдар буйынса рәссам һәм  парикмахер һөнәрҙәрен алып сыға. Курстар эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Ул колледжды тамамлаған йәштәргә  хеҙмәт урыны эҙләп йөрөмәҫкә, ә үҙ эшен булдырыуға  этәргес булыр тип көтөлә. Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа йәштәрҙең финанс белемен арттырыу маҡсаты ла ҡуйылған. Курстар бушлай, уны тамамлаусыларға таныҡлыҡ бирелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку