Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһына ярашлы, Хәйбулла районында дүрт ғаилә сертификатҡа эйә булды

Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһына ярашлы, Хәйбулла  районында  дүрт ғаилә  сертификатҡа эйә булды 16.09.2016

Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә сертификаттар тантаналы рәүештә тапшырылды.  Ғаилә ағзалары һанына ҡарап  таныҡлыҡтарҙың суммаһы  төрлө.   Надежда менән Алексей  Гриньколарҙың  ғаиләһе дәүләт программаһы буйынса сиратҡа баҫҡанда дүрт  кешенән тора. Бөгөн инде улар алтау.  Һигеҙ йөҙ һикһән биш мең һум тәшкил иткән  дәүләт ярҙамына улар фатир һатып алырға ниәтләй.  Зөлфирә менән Илмир Азаматовтар иһә был көндө туғыҙ йыл буйы көткән.

Азаматовтар  үҙ көстәре менән бер-нисә йыл элек йорт һалып сыға. Ҙур сығымдар талап ителгәнлектән, төҙөлөш оҙаҡҡа  һуҙыла.   Ғаилә башлығы  электр станцияһында эшләһә, хужабикә   декрет ялында. Дәүләт  тарафынан күрһәтелгән  ярҙам йәш ғаиләгә   йорт төҙөлөшөн тулыһынса тамамлап ҡуйырға мөмкинлек бирәсәк. 2015-2020 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ»   маҡсатлы федераль программаһы  буйынса   районда  күп ғаиләләр  йәшәү шарттарын яҡшыртып өлгөргән дә  инде. Шул уҡ ваҡытта төбәктә  тағы ла  248 пар үҙ сиратын көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика