Йәрмәкәй районында бер цистерна Евро-5 дизел яғыулығы юҡҡа сыҡҡан

Йәрмәкәй районында бер цистерна Евро-5 дизел яғыулығы юҡҡа сыҡҡан 21.11.2016

Бындай фекерҙе солярка менән тәьмин итеүсе яҡ белдерә. Октябрь башында улар 16 кубометр дизель яғыулығына заказ ала, әммә улар килтерелгән тауары өсөн ярты миллион һум тирәһе аҡсаны күрмәй, уғрылар тоҙағына эләгә. Яғыулыҡҡа арест һалына, иҫәпкә тейешле сумма күсерелмәй.

«Уралнефтепродукт» сауҙа ойошмаһының директоры ай ярым дауамында Түбәнге Каманан килешеү буйынса «НК Башойл» фирмаһына тапшырылған  дизел яғыулығының осона сыға алмай. «Уралнефть» сауҙа ойошмаһының ҡала телефонына «НК Башойл» фирмаһы 16 кубометр Евро -5 дизел яғыулығына заявка бирә. Ике яҡ та хаҡтарҙы килешә. Заказсы клиенттың Йәрмәкәй районында икәнлеген, яғыулыҡты карьерға килтерергә кәрәклеген белгертә.
Юлай Ҡадиров, «Уралнефтепродукт» сауҙа йорто директоры: «Беҙгә был «НК Башойл» фирмаһы көнө-төнө шылтыратты. Телефон аша офистағы сәркәтип һөйләшеүҙәр алып барҙы. Беҙ көтмәгәндә яғыулыҡтың карьерға түгел, ә  Крәҫтиән-фермер хужалығы Рәис Әхмәтшинға килтерелеүен белдек. Әммә ул аҡсаны «НК Башойл»ға күсергәнлеге асыҡланды. Әлеге көндә беҙ  буш торған был цистерна  өсөн  көнөнә ун мең һум түләйбеҙ.
Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рәис Әхмәтшинға «Башойл» фирмаһы дизел яғыулыҡ тәҡдим итә. Түләүҙе факт буйынса, интернет аша  фирма иҫәбенә күсереүҙәрен һорайҙар. Фермер бер нәмәгә лә шикләнмәй, ярты миллион һум аҡса күсерә. Әммә яғыулыҡлы була алмай. Тауар был осраҡта дизел яғыулыҡ менән тәьмин итеүсе фирма яғыулыҡһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡала. Бындай уғрылыҡ схемаһын ойоштороусылар аҡса иҫәпкә күсеү менән эҙ яҙҙыра. Фермерға ла солярканы тоттороп ҡуймайҙар. Һөҙөмтәлә фермер аҡсаһыҙ ҙа, яғыулыҡһыҙ ҙа ҡала.
Фирма директоры Юлай Ҡадиров белдереүенсә, ике аҙна самаһы элек күп тапҡыр һөйләшеүҙәрҙән һуң ғына тәфтишсе солярканы уларға тапшырырға була. Әммә бында килеү менән уларға яғыулыҡты бер кем дә тоттороп ҡуйырға ашыҡмай.
Полиция хеҙмәткәрҙәре солярканың юҡҡа сығыуын инҡар итә. Уның ҡайҙалығы тәрән сер итеп һаҡлана.
Максим Родионов, Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Йәрмәкәй районының полиция бүлегендә уғрылыҡ факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды һәм тикшереүҙәр бара. Тикшереү барышында дизель яғыулыҡҡа арест һалынды. Рәсми процедураға яраҡлы, ул ышаныслы урында һәм тикшереү тамамланғансы был тәрән сер итеп һаҡланыла».
Был цистерналағы евро-5 дизель яғыулығы өсөн 477 йөҙ мең һум аҡса күсерелергә тейеш була. Был аҡсалар «Уралнефть» сауҙа ойошмаһына әлеге көнгә тиклем күсерелмәгән. Арест һалынған цистерналар буш, уларҙа пломба өҙөлгән. Ә НК «Башойл» фирмаһы шылтыратыуҙарға яуап бирмәй, эҙ йәшерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика