Йүнселдәр яйын таба

Йүнселдәр яйын таба 20.07.2016

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында йәшәүсе Базиковтар ғаиләһе буш ваҡытын яраткан шөғөлдәренә арнай. Был шөғөл уларға кинәнес килтереү менән бер рәттән ғаилә бюджетын да тулыландыра.  

Гәүһәр Базикованың һәр иртәһе ошолай башлана. Утыҙ йылға яҡын  бәшмәк йыйыу менән мауыҡҡан ханым, урманды үҙ баҡсаһындай күрә һәм көн һайын уңыш йыйырға сыға. Һуңынан уларҙы өйгә алып ҡайтып тоҙлай. Үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта ҙур иғтибар талап иткән шөғөл менән Гәүһәр Әхмәт ҡыҙының тормош иптәше Миңлеғәле Ғабдразиҡ улы ла мауыға. Бәшмәкте эҙләп тапҡан һайын тапҡы килә ти, уңған ғаилә.

Гәүһәр Базикованың махсус серҙәре лә бар.  Ул һәр бәшмәк төрөн айырым тоҙлап банкаларға һала, шуға күрә лә тәмле килеп сыға. Бынан тыш,  хужабикәнең бәшмәктәре тирә - яҡта ла ҙур һорау менән ҡулланыла. "Урман итен" яратыусылар даими рәүештә заказдар ҡалдырып китә. Яратҡан шөғөл йорт төҙөй башлаған Базиковтар ғаиләһенә ярайһы ғына килем килтерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку