«Йәнле ауыл» ауылдарға йән өрә

«Йәнле ауыл» ауылдарға йән өрә 24.08.2016

Проект нигеҙендә Ейәнсура районының Таҙлар ауылында асылған магазин кәштәләренән йыл әйләнәһенә  яңы һауылған һөт, ҡаймаҡ өҙөлмәй. Сауҙаның асылы шунда: ауыл халҡы кибеткә аҙыҡ-түлекте үҙҙәре лә тәҡдим итә ала. Әлегә бындай магазиндар ауыл ерҙәрендә генә, ҡалаға аҙыҡ-түлекте алып килеп һатыуҙан табыш әллә ни юҡ, ти йүнселдәр.

Ейәнсура районының Таҙлар ауылында «Йәнле ауыл» проекты буйынса асылған магазинға ауыл халҡы яратып йөрөй. Яңы һауылған һөт, ҡаймаҡ был магазинда иртәнге сәғәттәрҙә үк һатылып бөтә. Эштең асылы  шунда: сауҙа кәштәләренә аҙыҡ-түлекте урындағы халыҡ үҙе ҡуя, шунда уҡ аҡсаһын да ала.
Шәхси эшҡыуар проект буйынса бирелгән грантҡа кәрәкле ҡорамалдар һатып алған. Ул район үҙәгенең һигеҙ магазинын һөт ризыҡтары менән тәьмин итә. Ҡала баҙарына сауҙа итергә һирәк сыға. Сөнки һатыуҙан алған аҡсаның яртыһы юлға, арендаға китә. Хәйер,ауылда ла магазин кәштәләре көнөндә үк бушай.
Бөгөн яңы һауылған һөт, ит ҡулланыусыға сифатын юғалтмай барып етһен өсөн  төрөү  цехы, һаҡлау базаһы булдырыу мөһим. Ауыл хужалығы министрлығында был йүнәлештә эш алып барыла.
Николай Коваленко, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «Етештерелгән аҙыҡ-түлек матур итеп төрөлгән булырға тейеш. Магазиндарҙы продукция менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеп тороу мөһим».
Ауылдарҙың  икенсе һулыш кисереүе ҡыуаныслы. Дәүләт ярҙамы алған аграрийҙар үҙ эштәрен асып, ауылдарҙы йәнләй.  Белгестәр әйтеүенсә, тиҙҙән ҡала халҡына ла киң ассортиментта экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика