Йәнә Урман 18.01.2017

Иглин районы Урман ҡасабаһындағы  элекке хәрби часть биләмәһен  боеприпастарҙан таҙартыусыларға  ярты йыл эш хаҡы түләнмәй. Шартлауҙан һуң биләмәне тәртипкә килтереү  илдең Оборона министрлығы тарафынан Свердловск өлкәһендәге яуаплылығы сикләнгән «Вторметалл» ойошмаһына тапшырылды. Предприятие бөлгөнлөккә төшкән һәм  хеҙмәткәрҙәренә эштән бушатылыуҙары тураһында белдереү ҡағыҙы ебәргән.

Дамир Данис улының һөйләүенә ҡарағанда, күҙ алдына һуғыш яланы килеп баҫа. Бөтәһе лә хәҙерге заманда һәм был мәхшәр Иглин районы Урман ҡасабаһында. Билдәле булыуынса, биләмәлә шартлау эҙемтәләрен бөтөрөү  Екатеринбург ҡалаһындағы  яуаплылығы сикләнгән  «Вторметалл»  ойошмаһына тапшырылғайны. Был эшкә элекке хәрби частә хеҙмәт итеүселәр һәм урындағылар йәлеп ителде. Ләкин һуңғы айҙарҙа улар эш хаҡы түләнмәүенә зарлана.
Уҙған йылдың  ноябрендә хеҙмәткәрҙәргә эштән бушатылыуҙары тураһында белдереү ҡағыҙы килә. Шулай ҙа улар күнегелгәнсә, элекке хәрби часть майҙанына йөрөүен дауам иткән.
  Эш хәүефле, тимер ташыу еңел түгел. 47 килограмм тартҡан шартлатҡыстар бар. Урманға Оло Тәләк ауылынан йөрөүсе  Радик Ғәзиевҡа  һуңғы тапҡыр аҡса  сентябрҙә  күсерелгән,  әммә  тулыһынса түгел. Бушҡа эшләү  бурысҡа батырҙы, ти биш бала атаһы.      
Арсеналды таҙартыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша. Рәзилә Вәлийән ҡыҙы әйтеүенсә, уға «Вторметалл»  230 мең һум тейеш. Ғаиләһен ҡарайым тип ирҙәр менән бер рәттән тимер ташыусы ханым былтыр ноябрҙә тайып йығылып ҡабырғаларын һындыра. Әммә, бәхетһеҙ осраҡты уға производствола алған йәрәхәт тип теркәргә рөхсәт итмәгәндәр.  
Тәүге йылдарҙа   участканы хәрби припастарҙан таҙартыу эшендә илле кеше ҡатнашһа, әле улар 16. Эш ике бригадала ойошторолған. «Вторметалл» ойошмаһы директоры вазифаһын башҡарыусы Сергей Михальчук билдәләүенсә,  уларҙа 500-гә яҡын хеҙмәткәр иҫәпләнә. Тотҡарланған эш хаҡы предприятиеның банкротлыҡ процедураһын  аҙағына еткереү сиктәрендә  сират менән ҡайтарыласаҡ.  Хәҙер инде  утилләштереү икенсе ойошмаға йөкмәтелә, кешеләргә яңы эш урындары тәҡдим итеү ҙә ҡарала. Ә «Хеҙмәт кодексы» буйынса эш хаҡы айына ике тапҡыр - аванс һәм иҫәп менән түләнергә тейеш. Ике ай был тәртип үтәлмәй икән, эш биреүсене енәйәт яуаплылығы көтә.
2011 йылдың майында  тотош республиканы дер һелкеткән хәрби частәге  шартлауҙың шаңдауы һаман тынмай, ваҡыты менән бында янғындар сыға, ҡорбандар ҙа юҡ түгел.  Һуңғы ике йылда
биләмәләгә  латунь ҡулсалары эҙләргә ингән  өс ир-егеттең  ғүмере өҙөлдө. Ә Урман халҡы әле булһа  дары мискәһендәгеләй йәшәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика