Йәмәғәтселектең коррупцияға ҡаршы мөнәсәбәте үҙгәрергә тейеш, шул ваҡытта ғына көрәш саралары һөҙөмтәле буласаҡ

Йәмәғәтселектең коррупцияға ҡаршы  мөнәсәбәте үҙгәрергә тейеш, шул ваҡытта ғына көрәш саралары һөҙөмтәле буласаҡ 07.11.2016

Был турала бөгөн Республика башлығы Коррупцияға  ҡаршы көрәште көйләү буйынса комиссия ултырышында белдерҙе.

Был комиссия бер йыл элек эш башлаған, уға власть, хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт ойошмалары, мәғлүмәт саралары вәкилдәре ингән. Бөгөнгө ултырышта ошо өлкәләге белемде арттырып, йәмәғәтселектә ришәүәтселеккә  ҡаршы кире ҡараш формалаштырыу һәм норматив-хоҡуҡи акттарҙы  ошо күренешкә ҡаршы көйләү хаҡында барҙы. Республикала барлығы 13 меңдән ашыу кеше, йәғни дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре, депутаттар коррупцияға тикшерелә. Һандар күләмле тип әйтерлек түгел,  быйыл  126 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, өсәү эшенән бушатылған. Быйыл  коорупцияға бәйле енәйәттәрҙең кәмеүен дә билдәләргә кәрәк, ришүәт алыу осраҡтары ла ун процентҡа кәмегән.  
Шул уҡ ваҡытта коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу күренештәре лә юҡ түгел. Быйыл  прокуратура ошондай 3 мең ярым осраҡты асыҡлаған. Бер меңдән ашыу  законһыҙ акт  федераль закондарға яраҡлаштырылған. Коррупцияға ҡаршы көрөш бик ҡатмарлы мәсьәлә. Шуға күрә өлкәләге енәйәттәргә төплө анализ яһау,  сәбәптәрҙе асыҡлау мотлаҡ, тине Республика башлығы. Сөнки  был күренеш илде артҡа һөйрәй һәм  эшлекле климатты юҡҡа сығара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку