Vell Trаvel турист агентлығынан алданыусылар арта

Vell Trаvel турист агентлығынан алданыусылар арта 15.01.2015

Компаниянан сит илгә юлламалар һатып алып аҡсаларынан ҡолаҡ ҡағыусылар йөҙҙән ашты. Турфирма етәксеһе халыҡ тапшырған аҡсаларҙы йыйып алып юҡҡа сыҡҡан. Сит илдәргә сәйәхәт  ойоштороусы операторға  ла бер ниндәй ҙә аҡсалар күсерелмәгән. Тишек шуманда ултырып ҡалған халыҡ судҡа мөрәжәғәт итергә теләй.

Светлана никах йыллығына иренә көтөлмәгән бүләк әҙерләргә була. Яңы йыл алдынан ғына йөҙ мең һумға Һиндостанға юллама һатып ала. Ләкин йәш ғаиләгә сит илгә сәйәхәт ҡылырға яҙмаған. Светлана Старцева, зыян күреүсе: «Сит илгә осор алдынан ғына телевизорҙан «Vell Trаvel» компанияһында ҡатмарлыҡтар тыуған тип күрһәттеләр. Мин дә борсолоп агентлыҡҡа шылтыратҡайным, беҙҙең рейс та булмаясаҡ тинеләр. Аҡсаны иртәгә тулыһынса кире ҡайтарасаҡбыҙ тип тә вәғәҙә иттеләр». Ләкин иртәгә ҡайтарыла тигән аҡсалар хәҙер айҙан ашыу юҡ. Ул ғына ла түгел сит илгә юлламалар һатыусы компания үҙе лә ғәйеп булған. Әле агентлыҡ урынлашҡан бинаның ишеге бикле. Күрше офис хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, компания Яңы йыл алдынан ғына ябылған. Рима Вәлиева: «Бөтә нескәлектәрен белмәйем, әммә 27-28 декабрҙәр тирәһендә ашығыс ҡына әйберҙәрен йыйып күсенеп киткәндәрен күрҙем. Башҡаса улар бында килмәнеләр». Vell Trаvel агентлығынан зыян күреүселәр әле йөҙгә яҡынлашҡан. Мәсьәләне хәл итеүҙәрен һорап улар хоҡуҡ һаҡлау органдарына ла мөрәжәғәт иткән. Ләкин улар төрлө сәбәптәргә һылтанып эш ҡуҙғатырға баш тартҡан. Светлана Гәрәева, зыян күреүсе: «Полиция бер нимә лә эшләргә теләмәй. Йәнәһе лә, ҡыҙҙың атаһы ҙур вазифа биләй. Ниңә депутаттарға кеше алдау рөхсәт ителгәнме ни хәҙер?» Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы ла был турала хәбәрҙар. Турист агентлығына дәғүә белдереп ведомствоға бер нисә кеше мөрәжәғәт иткән. Әлиә Ғиззәтуллина, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы белгесе: «Былтыр шәхси эшҡыуар Никтинаға дәғүә белдереп дүрт кеше мөрәжәғәт итте. Тикшереү барышында килешеү төҙөү ҡағиҙәләре һәм граждандарҙың хоҡуҡтары боҙолоуы асыҡланды. Был агентлыҡтан алданыусылар тура судҡа мөрәжәғәт итә ала». Асыҡланыуынса, Vell Trаvel тотош илдә эшләп килгән турист компанияһы селтәре. Төбәктәрҙә фирмалар уларҙың исеме аҫтында ғына эшләй һәм был осраҡта яуаплыларҙы билдәләүе лә ҡатмарлы. Николай Федулов, Vell Trаvel компанияһы вәкиле: «Декабргә тиклем үк Никитина менән бәйләнештәрҙе өҙгәйнек. Беҙҙә бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ юҡ. Аҡсалар ҙа күсерелмәне. Бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ».  Алданыусыларға судҡа мөрәжәғәт итергә генә ҡала. Әле зыян күреүселәрҙең бер төркөмө документтар әҙерләй башлаған да инде. 

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку