Вахта ысулы менән эшләгән хеҙмәткәрҙәр «Стройгазконсалдинг торба үткәргес» компанияһынан эш хаҡы ала алмай 06.10.2016

Июндән бирле эшселәргә әле бер тин аҡса түләнмәгән. Эшселәр беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте.

Бөгөн түгел, иртәгә түләйем, тигән буш һүҙҙәргә эшселәр хәҙер инде ышанмай. Кемдәрҙер ярты йыл, икенселәре дүртәр ай бер тин дә эш хаҡы ала алмай йонсой. Алданыусылар араһында өс бала атаһы Фидаил Нурисламов та бар. Ир яңы уҡыу йылына кейем-һалым, уҡыу-кәрәк яраҡтары һатып алыр өсөн себергә эшкә китә. Һөҙөмтәлә кредитҡа бата.
Ни өсөн компания етәксеһе эш хаҡы түләүҙән баш тарта? Өфөләге филиалға мөрәжәғәт иттек, бухгалтер аҡсаны төп офис күсерергә тейеш, әле тотҡарлыҡтар килеп сыҡты, тип аңлатырға тырышты.
Алданыусылар араһында беҙҙең республика вәкилдәре генә түгел. Рәсәй буйынса уларҙың һаны биш йөҙҙән ашыу. Илвир Усманов та ғаилә бюджетын яҡшыртыу маҡсатында алыҫ себергә юлланған. Ауыр йөк машинаһы водителе ситтә йөрөүҙән бер ниндәй ҙә файҙа күрмәгәс, эштән үҙ теләге буйынса китә. Әле ул да түккән көсө өсөн тейешле хаҡты түләүҙе талап итә.
Алданыусылар «Стройгазконсалтинг торба үткәргес» компанияһында ғына түгел, Нефтекама егеттәренә «ТОПЭК» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә ярты йылдан ашыу аҡса түләмәй. Компанияның эшсе төркөмгә ике миллион һумдан ашыу  бурысы бар.
Етәксе аҡса түләйҙән баш тартмай, тик төрлө сәбәп табып, мутлашыуын дауам итә.
Нисек тә булһа йүнен табырға тырышҡандарҙы төп башына ултыртмаһындар ине. Бының өсөн эшкә урынлашыусыларҙың үҙҙәренән дә иғтибарлы булыу талап ителә.
Күптәр эш таба алмағас, себергә китеп вахта ысулы менән эшләргә мәжбүр. Тик оҙон аҡса артынан ҡыуғандарҙы унда бер кем дә көтөп тормай. Намыҫһыҙ етәкселәр арҡаһында эшселәр, киреһенсә, бурысҡа батып ҡайтып төшә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика