Урындағы етештереүселәргә йәшел ут

Урындағы етештереүселәргә йәшел ут 09.08.2014

Санкциялар Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек баҙарында эшләүселәргә өҫтәмә мөмкинлектәр асты. Ошоға тиклем  сауҙа кәштәләре ситтән килтерелгән түбән сифатлы продукция менән тулыу сәбәпле беҙҙең етештереүселәрҙең тауары ситләтелеп килде.  Санкциялар иһә  был проблемаға кәртә ҡуйҙы.  Хәҙер  Рәсәйгә Европа берлеге, Австралия,  Канада, Норвегия һәм Америка Ҡушма штаттарынан  ит ризыҡтары, йәшелсә-емеш индереү тыйылды.  Бөгөн республика етәксеһе лә  хужалыҡ-предприятиелар етәкселәре менән осрашып,  алтын мәлде ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ҡушты. Бындай мөмкинлек  бер тапҡыр ғына була, тине Рөстәм Хәмитов.

Сыр - Голландиянан,  һөт - Владимир өлкәһенән,  алма -  Польшанан. Өфөнөң  сауҙа нөктәләренә инһәң, география дәреслеге лә кәрәкмәй. Бында донъяның төрлө мөйөштәрен ятлап сығырға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында Башҡортостан төбәктәре генә әҙ. Рөстәм Хәмитов  Президент  креслоһын биләгәндән алып  ошо етешһеҙлеккә ҡаршы көрәш алып бара.  
Санкциялар сауҙа нөктәләрен үҙебеҙҙә етештерелгән продукция менән тултырыу  мөмкинлеген асты. Уны нисек  файҙаланыу хаҡында һөйләшеү артабан Ауыл хужалығы министрлығында дауам итте. Фекер алышыуҙа  ауыл хужалығы, етештереү, дөйөм туҡланыу  предприятиелары, сауҙа нөктәләре вәкилдәре ҡатнашты.  Иҡтисади санкциялар  мәжбүри, әммә бик кәрәкле һәм мөһим күренеш.  Уны иҡтисади үҫеш өсөн файҙаланырға кәрәк.  Үҙебеҙҙең етештереүселәр өсөн  яңы  офоҡтар асыла, тине Рөстәм Хәмитов.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостандың ҡеүәте ҙур, әммә ошоға тиклем мөмкинлектәр тулыһынса файҙаланылмай килде. Республика мал  иҫәбе буйынса илдә беренсе урында килә,  картуф  үҫтереү буйынса өсөнсө урында. Төбәктә эшкәртеү  йүнәлеше  аҡһауы  ғына  бәкәлгә һуға. Мәҫәлән, Башҡортостан һөт һауыу буйынса Рәсәйҙә  иң алдынғы урынды биләһә, эшкәртеү буйынса 15-се  урында ғына. Һөйләшеүҙә ошо  тармаҡты үҫтереү бурыс ҡуйылды. Һатып алыусыларҙың күбеһе лә урындағы продукцияға өҫтөнлөк бирә.
Әлбиттә, Башҡортостанда көньяҡ емештәрен үҫтереп булмай, әммә улар күберәк Азия илдәренән килә. Ә бына  ит, һөт ризыҡтары өсөн ҡайғыраһы түгел. Ҡиммәтле  Голландия  сырҙарын яратыусы  гурмандар  ғына бер аҙ  ыҙалаясаҡ, әммә  урындағы етештереүселәр  тиҙ арала был бушлыҡты тултырырға вәғәҙәләй. Дөйөм алғанда, республикаға  эмбарго исемлегенә  ингән илдәрҙең продукцияһына артыҡ ҡытлыҡ юҡ.
Ултырышта  республиканың аҙыҡ-түлек баҙарында эште йәнләндереү маҡсатында махсус штаб төҙөлдө. Уны Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев етәкләй.  Рөстәм Хәмитов етештереүселәргә  мөмкинлекте һөҙөмтәле файҙаланырға, әммә шау-шыу менән файҙаланып,  хаҡтар менән уйнамаҫҡа ҡушты.
Рәсәйгә Евросоюз исемлегендәге илдәрҙән ит ризыҡтары, йәшелсә-емеш индереү тыйылды. Әммә был беҙҙең  сауҙа кәштәләре бушап ҡаласаҡ тигән һүҙ түгел. Башҡортостан предприятиеларының ҡеүәте республика халҡының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итергә етә.  Санкциялар үҙебеҙҙең етештереүселәрҙе  конкурентлыҡтан ҡотҡара һәм  ситтән килтерелгән түбән сифатлы продукцияны кәметергә булышлыҡ итә.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку