Ҡуртымғамы, мөлкәткәме?

Ҡуртымғамы, мөлкәткәме? 03.10.2017

Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге республиканың айырым хоҡуҡи документтарына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙарында, проблемалы обьекттарҙы үҙ яуаплылығына алған инвесторҙар өсөн бүленгән ер майҙанының милек төрө ҡыҙыу бәхәскә юл асты. Хоҡуҡ һаҡсылары менән Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы вәкилдәре майҙандарҙы  оҙайлы ҡуртымға биреү яҡлы булһа, төҙөлөш ойошмалары мәнфәғәтенән сығыш яһаусылар уны шәхси милеккә юллау кәрәклеген  билдәләне.

29 проблемалы объект һәм төҙөлөшкә өлөшләтә  аҡса һалып 3 меңдән  ашыу  алданыусы. Был рәсми һандар ғына. Белгестәр фекеренсә, саралдар күрелмәгән осраҡта был күрһәткестәр артыуы ла ихтимал.  Намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күреүселәргә ярҙам маҡсатында республиканың айырым хоҡуҡи документтарына төҙәтмәләр әҙерләнә. Бөгөн йәмәғәтселек башланғыстары асыҡ тыңлауҙарҙа ҡаралды. Түңәрәк өҫтәлдә парламент вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡсылары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, төҙөлөшкә аҡса һалып алданыусыларҙы берләштергән иннициатив төркөм ағзалары фекер алышты. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, мәсьәлә кисекмәҫтән хәл ителергә тейеш
Хоҡуҡи документтарға төҙәтмәләрҙең  береһе проблемалы объекттарҙы тамамлау һәм өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусыларға вәғәҙә ителгән фатир асҡыстарын тапшырыу бурысын  үҙ өҫтөнә алырға йөръәт иткән инвесторҙарға ташламалы шарттарҙа яңы ер участкаларын бүлеүгә ҡағыла.
Йәмәғәт тыңлауҙарында ҡатнашыусыларҙың икеләнеүе урынлы. Ултырышта буласаҡ  инвесторҙар исеменән сығыш яһаусылар ер участкаларын шәхси милеккә юллау мәсьәләне һөҙөмтәле хәл итергә булышлыҡ итәсәген иҫкәртте. Әммә был ҡараш менән ғәмәлдәге Рәсәй ҡануниәтенә һылтанып прокуратура вәкилдәре килешмәне. Проблемалы объекттарҙы бер бизмәнгә һалып үлсәү ҙә хаталы ҡараш. Уларҙың әҙерлеге төрлө кимәлдә. Ҡайһы берҙәре 80 процентҡа әҙер, бәғзеләренең әле нигеҙе лә юҡ. Шуға ла һәр йорт айырым ҡараш һәм етди иғтибар  талап итә, тип билдәләне йәмәғәт тыңлауҙарында ҡатнашыусылар.
Намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күреүселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау тураһындағы закон проектын әҙерләү дауам итә. Йәмәғәтселек вәкилдәренә 18 октябргә тиклем тәҡдим башланғыстарын закон сығарыусыларға белдереп өлгөрөргә кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку