Урал аръяғында яңы ер аҫты руднигы төҙәләсәк

Урал аръяғында яңы ер аҫты руднигы төҙәләсәк 09.11.2016

Республика Хөкүмәте һәм «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте Хәйбулла районында урынлашҡан «Юбилейное» ятҡылығында ер аҫты руднигын төҙөү өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был проект 2020 йылға тиклем Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Төҙөлөш республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекты Реестрына индерелгән.  Башҡортостан Хөкүмәте башланғыс этапта инвесторға  закон тарафынан ҡаралған ташламалар тәҡдим итәсәк,  «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте иһә үҙ сиратында проектҡа 40 миллиард һум самаһы аҡса бүләсәк. Төҙөлөш 2026-сы йылда тамамланыр тип көтөлә. Яңы рудник бер мең ярым самаһы кешене эш урындары менән тәьмин итәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку