Ҡулланыу кәрзине ике тапҡырға арзанайҙы 07.07.2015

Республикала  ҡулланыу тауарҙары һәм хеҙмәттәр күрһәтеү  индексы ниһайәт, түбәнәйҙе. Ғинуар-февраль айҙарында эксперттар хаҡтарҙың ҡырҡа артыуын иҡтисади баҙарҙағы санкциялар менән бәйләгәйне.  Башҡортостандың  финанс һәм хаҡтар  статистикаһы  үҙәгенән белдереүҙәренсә, йыл башынан инфляция 7,4 процент булып, былтырғы йылдың июненә ҡарата 15  процент тәшкил иткән.

Аҙыҡ-түлек баҙарында хәлдәр бер аҙ яҡшыра. Ҡош итенә, шәкәргә, һөткә, сырға, ярмаларға хаҡ төшкән. Ҡыяр ике, кәбеҫтә - өс, помидор - 17-25 , банан -2,4 процентҡа арзанайған.  Был импортты алыштырыу сәйәсәте менән бәйле, фермерҙар үҙебеҙҙең ерлектә сифатлы йәшелсәләр үҫтерә алыуын  дәлилләй. Сәнәғәт өлкәһендә ювелир әйберҙәргә, автомобилдәргә лә  хаҡ  ярайһы ғына төшкән.
Ольга Лосева, Башҡортостан статистика комитетының финанс һәм хаҡтар  бүлеге  етәксеһе урынбаҫары: «Хеҙмәттәр күрһәтеүҙә фатирҙарҙы ҡуртымға биреү өс, банктарҙағы кредит менән ҡулланыу алты процентҡа кәмегән. Сит илдә  һәм үҙебеҙҙең шифаханаларҙа ял итеү хаҡтары артҡан».
Йәй мәлендә эксперттар башҡа өлкәләрҙә лә ваҡытлыса хаҡтар артыуын белдерә. Картуф һәм кишер -3-5 ,әфлисун-лимондар -10-16-ға, бензин -1. Йыраҡ юлдарға йөрөүсе поездарҙың купе вагондарына  хаҡтар-15 процентҡа артҡан.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика