Учалы һөтөнән  - итальян сыры 13.12.2016

Эшҡыуарҙар Урал аръяғы фермерҙары менән берлектә яңы төр производствоны үҙләштерҙе. Өфөлә үткән 12-се махсуслашҡан «Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия» күргәҙмәһендә улар етештергән продукцияны һатып алыусылар ҙа,  ауыл хужалығы эшсәндәренә  көмөш миҙал  һәм диплом тапшырыусы эксперттар ҙа юғары баһаланы.

Билдәле итальян сыры Примасалены Өфөлө Неля Ященко тәүгә тәмләп ҡарай. Хаҡлы ялдағы ханым бындай сырҙың Урал аръяғындағы ҙур булмаған предприятиела, Башҡортостанда етештерелгән һөттән әҙерләнгәнен белеп ғәжәпләнде. Дүрт йыл эсендә «Учалы кеүәҫе» компанияһы Башҡортостан баҙарына сығыуға иреште. Был предприятие егерменән ашыу продукция етештерә.
Вил Шиһабетдинов, предприятие директоры: «Һөт етештереү тармағы беҙҙә йылдам үҫә. 2014 йыл менән сағыштырғанда, һөт етештереү 35-40 процентҡа күбәйҙе. Ике йыл эсендә продукция етештереү алты төргә артҡан».
Етештереү күләмен арттырыу өсөн  өҫтәмә ҡорамалдар һатып алырға тура килгән. Былтыр  ғына ошо маҡсатта 2 миллион һум аҡса бүленгән. Был сумманың 700 мең һумы  дәүләт субсидияһының  беренсе иғәнәһен ҡалау өсөн йүнәлтелгән.
Рөстәм Ирғәлин, цех етәксеһе: «Ҡапҡастар ошолай ябыла. Һуңынан шешәләр таҫма буйлап  этикетка йәбештереү аппаратына килә. Cәғәтенә 6000 этикетка йәбештерелә. Унда ҡойоу көнө лә күрһәтелә. Артабан таҫмалағы продукция  төркөмдәргә бүленеп төрөлә».
Был икмәк етештереүсе кеүәҫтең бер генә таҫмаһы. Продукция һуңынан Учалы, Белорет, Өфө, Ҡазан ҡалаларына, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләрендә урынлашҡан магазиндарға оҙатыла. Ҡыш миҙгелендә һөт продукцияһын етештереүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә.
Зәйтүнә Хәсәнова, технолог: «Беҙҙең продукция башлыса муниципалитеттар өсөн етештерелә.     Балалар баҡсалары, дауаханалар, шифаханаларҙы  сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа продукция менән тәьмин итәбеҙ».
Сеймалды эшҡыуарҙар халыҡтан һәм фермерҙарҙан һатып ала. Ирәмәл итәгендәге саф һауа һәм шифалы үләндәр һөттөң ҡуйылығына һәм тәменә лә ыңғай йоғонто яһай. «Аҡҡужа»  хужалығы киләсәктә дәүләт ярҙамы менән һауын һыйырҙар һанын ике тапҡырға арттырырға уйлай. Тимәк, һөт һатыу күләме лә артасаҡ. Был  фермерҙар менән берлектә эшләүсе эшҡыуарҙарға ла ҡулайлы. Киләсәктә завод тәүлегенә 20 тоннанан ашыу һөт продукцияһы эшкәртергә иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика