Учалы районының төньяҡ зонаһына тәбиғи газ килде 01.02.2017

Был тарихи ваҡиға Башҡортостанда газ үткәреү һәм газ менән тәьмин итеү программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылды. Ҡасаба-ара газүткәргес Сәфәр-Илсе-Мансур -Ильинка ауылдарын зәңгәр яғыулыҡ менән тәъмин итә.

Учалыға тәбиғи газ 1998 йылда килә. Башта ул ҡалаға үткәрелә. Һуңғараҡ ауыл биләмәләренә лә торбалар һуҙыла. 2006-2008 йылдар араһында "Газпром" акционерҙар йәмғиәте инвестициялары ярҙамында Миндәк - Ураҙ,Ҡунаҡбай - Ураҙ ауылдары араһында газүткәргес сафҡа индерелә. 18 ауылдағы өс меңдән ашыу шәхси йорт, егерменән ашыу социаль объект тәбиғи газ менән тәьмин ителә.

Райондың төньяҡ зонаһына газ үткәреүгә республика бюджетынан 47,8 миллион һум аҡса бүленгән.  Былтыр йәй  Учалы-Мансур газүткәргесе төҙөлөшөнә "Газпром" акционерҙар йәмғиәте 189,5 миллион һум инвестиция һалған. Газ торбаһының оҙонлоғо - 26 киломерҙан ашыу. Мансур ауылында тәүгеләрҙән булып зәңгәр яғыулыҡ Салауат Ғәҙелшин йортона үткәрелә.  Йорт хужаһы 2004 йылда йорт һалып сыға. Быға тиклем ҙур йорт утын яғып йылытылған. Газ үткәреү хаҡында хәбәр алыу менән махсус ҡорамалдар һатып алыу өсөн аҡса йыя башлағандар. Ихлас һәм ҡунаҡсыл хужалар ҡунаҡтарҙы ҡайнар сәй һәм мул табын менән һыйланы. Ауыл халҡының шатлығын етәкселәр ҙә уртаҡлашты.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика