Уңышлы сәфәр өсөн

Уңышлы сәфәр өсөн 12.11.2016

Магнитогорск -Ырымбур ҡалаларын тоташтырыусы юл өҫтөндә урынлашҡан «Алтын ҡулса» юл сервисы комплексы районда уңышлы эшләүселәрҙән.Уны ирле-ҡатынлы Балтабаевтар 2014 йылдың авгусында асҡан. Бер-нисә ай элек комплекс клинеттарҙы тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндерә башлаған. Яңы йылдан бында машина йыуыу цехы ла асылсаҡ.

«Алтын ҡулса»ның алсаҡ һәм мөләйем хужабикәһе юлаусыларҙы һәр ваҡыт яҡты йөҙ һәм телеңде йоторлоҡ тәмле аш-һыу менән ҡаршылай. Эшҡыуарлыҡ буйынса Балтабаевтарға  күп ваҡыт ғүмерен юлда үткәрергә тура килгән. «Камаз» машиналарына запас частәр һатыусы эшҡыуарҙар  юлсыларҙың сәфәрен еңеләйтеү өсөн үҙҙәре лә кафе асырға булған.Эшҡыуарҙар төҙөлөшкә 12 миллиондан ашыу аҡса һалған. 2011 йылда башланған кафе төҙөлөшө 2014 йылда тамамлана. Сауҙа-сервис комплексы Йылайыр ауылының тыуған көнөндә файҙаланыуға тапшырыла.
«Алтын ҡулса» ла 18 кешегә хеҙмәт урыны булдырылған. Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе предприятиела хеҙмтәкәрҙәрҙе йәшәгән урынына еңел автобуста йөрөтөү ойошторолған. Ашаҡсыларҙың квалификацияһын күтәреү маҡсатында Ырымбур,Өфө кеүек ҙур ҡалаларҙың шеф-поварҙары килеп оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. .Клиенттарҙы иғтибарлы официанттар хеҙмәтләндерә.
Юл-сервис комплексы 60 урынға иҫәпләнгән.Бынан тыш йәйгеһен утыҙ кешегә йәйге тирмә, 8 кешелек сатыр ҡорола.Башҡорт милли аштары,итле ризыҡтар,ҡамырҙан бешерелгән ризыҡтар юлаусыларҙың күңеленә хуш килә.
Алыҫ ҡалаларҙан, төрлө илдәрҙән йөк ташыусы фуралар,еңел автомашиналар өсөн был туҡталҡа бик уңайлы. Тәгәрмәстәрҙе алыштырыу,тын тултырыу һәм башҡа ремонт эштәре лә башҡарыла.Эшҡыуарҙар 300 меңлек дәүләт ярҙамына канализация ҡалдыҡтарын таҙартыу өсөн махсус ҡорамал һатып алған. Балтабаевтар киләсәктә юл-сервис комплексы эшмәкәрлеген таға ла киңәйтергә ниәтләй. Эшҡыуарҙар яңы ҡунаҡхана ,мунса төҙөү, туристарға-саңғы базаһын булдырыу теләге менән яна.Ольга һәм Тәлғәт Балтабаевтар «Йыл эшҡыуары-2016» конкурсы финалистары. Бәлки улар 2016 йылдың иң уңышлы эшҡыуары номинацияһы еңеүсеһе лә булыр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку