Һуңғы ваҡытта Өфөлә «МФЦ экспресс» компанияһында күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең түләүле булыуына зарланыусылар йышайҙы

Һуңғы ваҡытта Өфөлә «МФЦ экспресс» компанияһында күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең түләүле булыуына зарланыусылар йышайҙы 05.02.2018

Улар дәүләт пошлинаһы менән бер рәттән, башҡа хеҙмәттәр өсөн дә аҡса кәрәклегенә ризаһыҙлыҡ белдерә. Әммә халыҡҡа борсолорға урын юҡ, ти белгестәр. Сөнки хәҙер дәүләт ҡарамағындағы үҙәккә лә, шәхси компанияға ла бер үк атама бирелгән. Был мөрәжәғәт итеүселәрҙең ишектәрҙе  бутауына килтергән.

«Берҙәм тәҙрә» режимында халыҡҡа дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт  күрһәтеү маҡсатында булдырылған дәүләт ойошмаһы бөгөн республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә уңышлы эшләй. Улар халыҡ өсөн бик тә уңайлы: килдең, заявка бирҙең дә бер нисә көндән кәрәкле документыңды ҡулыңа алдың.
Һуңғы ваҡытта бындай үҙәктәр күрһәткән хеҙмәттәрҙең түләүлегә әйләнә барыуына зарлананыусылар күбәйҙе. Йәнәһе лә, халыҡ дәүләт пошлинаһы менән бер рәттән, башҡа хеҙмәттәр өсөн дә аҡса түләргә мәжбүр. Әммә ғәмәлдә, клиенттарҙың «МФЦ-Экспресс» тип аталған шәхси компанияға мөрәжәғәт итеүҙәре асыҡланды. Кешеләрҙе иң беренсе алтаҡталарҙың оҡшашлығы хаталаныуға килтергән.  
Ысынлап та, һуңғы мәлдә баш ҡалала урынлашҡан бындай ойошмалар янында «МФЦ экспресс» тип аталған яңы үҙәктәр барлыҡҡа килгән. Был шәхси компания ла дәүләт ҡарамағындағы кеүек шул уҡ хеҙмәттәр күрһәтә. Әммә бында документтар тиҙерәк әҙерләнә, шуның өсөн дә мөрәжәғәт итеүселәр барлыҡ хеҙмәттәр өсөн дә аҡса түләргә мәжбүр.
«МФЦ-ЭКСПРЕСС» компанияһы күп функциялы үҙәктең филиалы түгел. Беҙ электрон һанлы ҡултамғаларҙы раҫлаусы үҙәктең төбәк вәкиллеге. Бындай ысул ярҙамында күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү ике көнгә тиклем ҡыҫҡарҙы. «МФЦ-ЭКСПРЕСС» хеҙмәттәре өсөн түләү электрон ҡултамғаларҙы сығарыу өсөн алына.
Ике ойошма вәкилдәре лә ишектәрҙе иғтибар менән асырға саҡыра. Бик ашыҡҡан осраҡта клиенттарға туп-тура шәхси компанияға килергә мөмкин. Ә аҡсаларын кеҫәләрендә ҡалдырыға теләүселәргә дәүләт ҡарамағындағы ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә. Был саҡта инде уларға бер аҙ көтөргә тура киләсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку