Һуңғы ике аҙнала Рәсәйҙә ҡарабойҙайға хаҡтың кинәт артыуы күҙәтелә

Һуңғы ике аҙнала Рәсәйҙә ҡарабойҙайға хаҡтың кинәт артыуы күҙәтелә 20.11.2014

Илдең статистика  мәғлүмәттәре буйынса, ноябрь башынан алып был культура  27,5 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Күп кенә белгестәр әлеге хәлде 2010-сы йылғы ҡоро йәй  менән сағыштыра. Ул ваҡытта халыҡҡа  ҡарабойҙай ярмаһының  килограммын  яҡынса 200 процентҡа ҡиммәтерәк хаҡ менән һатып алырға тура килде.  Бөгөн хаҡты күтәреүгә бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ, ти белгестәр. Сөнки ауыл хужалыҡтары быйыл 86 мең тонна самаһы уңыш йыйып алған. Былтыр мәҫәлән, был күрһәткес 51 мең тоннанан артмаған. Бар сәбәп  күмәртәләп һатыусыларҙың ҡарабойҙайға хаҡты яһалма арттырыуында, ти ауыл хужалығы  белгестәре.  
Монополияға ҡаршы хеҙмәт белгестәре әле  хаҡтарҙың үҫеү сәбәптәрен өйрәнә. Илдең ҡарабойҙай ярмаһына ихтыяжы 550 мең тонна самаһы, ә быйыл барлығы 744 мең тонна уңыш йыйып алынған. Тимәк, Рәсәйҙең  был культураны  экспортҡа оҙатыу мөмкинлеге бар.  Белгестәр халыҡҡа сауҙа нөктәләрендә ығы-зығы тыуҙырмаҫҡа кәңәш итә. Ул саҡта алыпһатарҙарға  хаҡты төшөрөүҙән башҡа сара ҡалмаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку