Һуңғы айҙа ҡарабойҙайға хаҡ 7,25 процентҡа  артҡан  17.05.2016

Икмәк, һөт, сәй, ҡаты сыр, аҡ май  ҡиммәтләнгән. Көнбағыш майына хаҡ тотороҡло һаҡлана. Ҡыяр, помидор арзанайған. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың баҙар һәм аҙыҡ түлеккә хаҡтарҙы күҙәтеү буйынса эшсе төркөмө ултырышында  хаҡтарҙың нигеҙһеҙ  күтәрелеү мәсьәләһе тикшерелде.

Республика баҙарында  федераль селтәрҙәрҙең күбәйеүе, урындағы етештереүселәрҙең үҙ тауарын һатыуға сығара алмауы киҫкен ҡала. Беренсе кәртә - сертификат юллау. Уны  хатта,  Башҡортостандағы бер генә ҙур һөт заводы продукцияһы үтә алмаған.  Бәләкәй һәм урта предприятиелар тауарын   республика буйынса тарата алмай. Баш ҡала баҙарҙарында һатыу иткән   республика фермерҙары  ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ауыл хужалығы тауарын етештереүселәр  бар, әммә  халыҡты продукция менән  йыл әйләнәһенә тәьмин итеү  яйға һалынмаған. Үҙебеҙҙең ауыл хужалығы тауары өсөн билдәләнгән урындарҙа кейем-һалым, көньяҡтан килтерелгән емеш-еләк һатыу осраҡтары күп. Ҡайһы бер баҙарҙар уҙған быуаттың 90-сы йылдарын хәтерләтә, тип билдәләнде эшсе төркөм ултырышында.      

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика