Уңайһыҙ шарттарҙа уңайлыҡтар булдырыла

Уңайһыҙ шарттарҙа уңайлыҡтар булдырыла 28.10.2016

Апрелдә Өфөлә  инвалид коляскаларын ремонтлау буйынса оҫтахана асылғайны, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ҡотҡарыу үҙәгенә әйләнде. Бында коляскаларҙан тыш, ҡултыҡ таяғы һәм башҡа йөрөү  ҡулайламалары  ла йүнәтелә. Рәсәйҙә бындай оҫтаханалар икәү генә, ошондай уҡ сервис үҙәге Калининградта бар.  Шуға урында күрһәтелгән хеҙмәткә ихтыяж да ҙур. Ойошманың бәләкәй бинала урынлашыуы ғына хәлде ҡатмарлаштыра.

Баш ҡалала инвалид коляскаларын ремонтлау оҫтаханаһы барлығын ишеткәс, Радик Латипов еңел һулап ҡуя. Быға тиклем ул  өс йыл дауамында ҡатынының техникаһын үҙе йүнәткән. «Запас частарҙы табыуы ҡыйын»,-ти ир. Йортонан Гагарин урамындағы яңы сервис үҙәге алыҫ урынлашһа ла, ваҡыт табып бында юллана ул.  
Радик Латипов: «Бындай оҫтаханалар ҡалаға бик кәрәк. Инвалид коляскалары даими ҡарау талап итә, юғиһә, тиҙ эшлектән сығалар. Оҫтахана етәксеһе ҡайҙа урынлашыуҙары хаҡында телефондан яҡшы итеп аңлатты, оҙаҡ эҙләргә тура килмәне».
Башҡортостанда 6 меңгә яҡын кеше инвалид коляскаһында йөрөй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфөләге сервис үҙәге лә мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында популярлыҡ яулап өлгөрә. Мастер Михаил Петровтың ял итергә лә ваҡыты юҡ. Етмәһә, уға тығыҙ шарттарҙа эшләргә тура килә. Әгәр хәҙер электр коляскаһын килтерһәләр, ул уны ҡабул итә алмаясаҡ. Сөнки бындай техниканы һүтеү өсөн ҙурыраҡ майҙан кәрәк.
Михаил Петров, инвалид коляскаларын ремонтлаусы: «Беҙгә эшләр өсөн урын тар. Яңы бина кәрәк. Бынан тыш,  эш ҡорамалдары ла юҡ тиерлек. Беҙ бында әле тубыҡланып эшләйбеҙ! Токарь, фрезерлы, быраулап тишеү өсөн станоктар булһа, еңелерәккә төшөр ине».
Оҫтахана селтәрен булдырыу - мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе яңы эш урындары менән тәьмин итеүгә лә тәүге аҙым.
Татьяна Селезнева, «Алтернатива»  инвалидтар ойошмаһы рәйесе: «Шиналарҙы монтажлау өсөн уңайлыҡтар, ҡорамалдар юҡ. Инвалид коляскаларын ҡайһы саҡ бысраҡ килеш килтерәләр. Шуға уларҙы йыуыр өсөн дә айырым урын талап ителә. Һәр нәмәлә тәртип булырға тейеш тип уйлайбыҙ».
Ойошмаға Кувыкин һәм Гагарин урамдарында торлаҡ булмаған муниципаль фондтан ике бина бүлеп бирелгән була. Шулай ҙа сәнәғәт менән шөғөлләнеү өсөн был майҙандар ғына етмәй. Оҫтахана хеҙмәткәрҙәре ҡала хакимиәтенән тағы ярҙам һорай.
Анна Горюхина, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе урынбаҫары: «Ойошма Өфө үҙәгендә урынлашҡан айырым сәнәғәт бинаһы кәрәк тип мөрәжәғәт итте. Уларға  муниципаль милек реестрында ҡуйылған талаптарға тура килгән буш бина юҡлығы хаҡында рәсми яуап ебәрҙек. Әлеге көндә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт министрлығында ойошмаға Репин урамы 6-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан бинаны биреү ҡарала».
Нисек кенә булмаһын, оҫтахана хеҙмәткәрҙәре изге эшен туҡтатырға уйламай. Ауырлыҡтарға өйрәнеп бөткәндәр. Иң мөһиме - сервис үҙәге эшләй. Ихтыяж ҙур. Изгелек тә кире ҡайтыр тип ышана улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку