Туймазы районында бешмә ауырыуы сәбәпле һыйыр ите менән сауҙа итеү бер аҙ кәмегән

Туймазы районында бешмә ауырыуы сәбәпле һыйыр ите менән сауҙа итеү бер аҙ кәмегән 14.11.2017

Карантин 7 ноябрҙә алынһа ла, һатып алыусылар продукцияға хәүеф менән ҡарай. Шунлыҡтан баҙар, кибет кәштәләренә ит бер-нисә лаборатория тикшереүҙәненән һуң ғына барып эләгә. Туймазы район үҙәгендә ит продукцияһы менән сауҙа итеү шарттары нисек? Йоғошло ауырыу хаҡтарға  тәьҫир иткәнме?

Етештергән тауарыңды һатыр өсөн татлы телле булыу ғына етмәй, ти Мөнирә Шәйәхмәтова. Бешмә ауырыуынан һуң ит продукцияһына хәүефләнеп ҡараған клиенттарын юғалтмаҫ өсөн уларға аңлатыу эштәре алып барырға тура килә. Иттең сифатлы икәнен ветеринария белгестәре справкаһы дәлилләй.
Өс-дүрт аҙна элек бында һатып алыусыларҙан күберәк сауҙа итеүселәр үҙҙәре торһа, бөгөн хәл бер аҙ көйләнә төшкән. Баҙарға ай һайын йөрөүселәр ит продукцияһының сифатлы икәненә шикләнмәй. Шулай ҙа ышаныслы ҡулдарҙан алыуҙы хуп күрә.
Баҙарҙағы ит продукцияһы һатыуға ҡуйылыр алдынан мотлаҡ лабораторияла тикшереү үтә. Хеҙмәткәр Рәсимә Ғәлиуллина көн һайын өлгөләр алып, анализдар яһай. Бешмә ауыры таралып, карантин иғлан ителгәс, алған тауарҙарына шикләнеп, ҡабаттан тикшереү үткәртеүселәр ҙә күп булды, ти ханым.
Һатып алыусылар бер аҙ кәмеһә лә, ит продукцияһына хаҡтар шул уҡ, килограмы өс йөҙ ҙә егерме һум ҡалған. Йылдар буйы эшләп, сауҙа эшенән ярайһы уҡ табыш алған Гүзәлиә Вәлиева әйтеүенсә, һатыу итеү юлын көйләр өсөн әлегә йыш ҡына ташламалар ҙа яһарға тура килә.
Үрмәкәй, Йәрмөхәмәт, Ҡандра ауылдарында йәшәүселәр иһә кәртә-ҡураһын мал-тыуар менән тулыландыра. Ә ветеринария белгестәре уларҙың бешмә ауырына ҡаршы привика эшләтелгән булыуын тикшерә, сөнки Туймазы, Бүздәк, Шаран райондарына мал индереү белгестәрҙең етди күҙәтеүенән үтә.
Башҡарылған бар эштәр ҙә урындағы халыҡтың малын ишәйтеү, йоғошло сирҙәрҙән аралау өсөн эшләнгән. Әммә күрелгән саралар бының менән генә сикләннмәй.  
Ит продукцияһы менән сауҙа итеүҙе көйләү өсөн Туймазыла йәрминкәләрҙе йышыраҡ уҙғарырға ҡарар ителгән. Унда Яңы йылға тиклем аҙна һайын теләгән һәр кем етештергән тауарын тәҡдим итә аласаҡ. Төп шарт- тәүҙә ит, һөт продукциялары ветеринария белгестәре тикшереуе үтергә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика