Тур ҙа юҡ, аҡса ла…

Тур ҙа юҡ, аҡса ла… 29.01.2018

Олег Крицкий ғаиләһе менән  Яңы йыл алдынан Ҡытайҙа  ял итеп ҡайтыу өсөн юллама  һатып ала. Ике кеше өсөн   бер аҙналыҡ ялдың сағыштырмаса  түбән хаҡҡа төшөүе ҡыҙыҡһындыра.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юллама менән улар бер ҡайҙа ла бара алмаған.  

Туроператор  Ҡытайға сәйәхәт урынына Вьетнамға тур тәҡдим итә, йә юллама хаҡын кире ҡайтарырға вәғәҙәләй.  Унан һуң бер ай ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ялһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалыусыларға сумма ҡайтарылмаған.
Олег Крицкий: «Ҡытайға Өфөнән оса алмағас, беҙ Екатеринбург аша барҙыҡ. Юл өсөн өҫтәп  20 мең тирәһе аҡса түләргә тура килде. «Жемчужина реки» туроператоры юллама хаҡын кире бирер тип көтәбеҙ, әммә әлегә яуап юҡ».
Башҡортостанда «Жемчужная река» туроператоры быйыл августан эш башлай.  Өфөнөң ҡайһы бер туристик агентлыҡ вәкилдәре әйтеүенсә, ойошма күптәрҙә шик тыуҙырған. Билдәле булыуынса, Өфөлә Яңы йыл алдынан туроператорҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 200-ҙән ашыу кеше сәйәхәт урынына буш вәғәҙәләр менән тороп ҡалған.      

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку