Тотонолған машина һатып алған өсөн судҡа повестка ебәрелә

Тотонолған машина һатып алған өсөн судҡа повестка ебәрелә 17.01.2018

Асыҡланыуынса, автомобиль банкта залогта булған. Һөҙөмтәлә автоһәүәҫкәр машина менән бергә түләгән аҡсанан да ҡолаҡ ҡаға. Был хәлгә Өфө районында йәшәүсе ҡатын тарыған. Ул килешеү төҙөгәндә бар документтарҙың да теүәл булыуын билдәләй.

Тимер атты Ирина Абрамова Туймазы районы автосалондарының береһендә һатып ала. Сит ил маркалы автомобиль өсөн 150 мең һум түләй. Алып-һатыуҙа ла ҡыйынлыҡтар тыумаған. Бар документтар ҙа тәртиптә булған. Ә теүәл бер йылдан ул судҡа саҡырыу ала.
Ирина Абрамова, зыян күреүсе: «Асыҡланыуынса, машина залогта булған. Элекке хужаһы банк менән бөтөнләй иҫәпләшмәгән. Шуға ла банк машинаны тартып алырға теләй».
Мәктәп уҡытыусыһы автомобилде кредитҡа алған булған. Элекке хужаһынан айырмалы, Ирина банк менән иҫәпләшә иҫәпләшеүен, шулай ҙа уның машинаһыҙ ҡалыуы ихтимал. Банк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, улар бурыслы менән бәйләнешкә инә алмаған. Ә беҙҙең ижади төркөм уның эҙенә төштө.
Әле машина тартып алынмаған. Шулай ҙа ул суд ҡарары буйынса ҡасан да булһа банкка ҡайтарыласаҡ. Әммә юристар билдәләүенсә, автоһәүәҫкәргә тимер атһыҙ тороп ҡалған хәлдә, аҡсаны ҡайтарып була
Әлбиттә, көрәш күп ваҡытты ала. Шуға ҡарамаҫтан мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү мөһим, ти Урал Бәхтигәрәев. Уның хәле Иринананыҡына ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ. Ул һатып алған автомобилдең дүртенсе хужаһы. Машина менән йөрөп тә өлгөрмәй. Полиция хеҙмәткәрҙәре тартып ала.
Бишенсе суд ултырышы һатыусы килешеү нигеҙендә һатып алыусы түләгән аҡсаларҙы ҡайтарыу бурысын сығара. Машинаның өсөнсө хужаһы Урал Бәхтигәрәевҡа 500 мең һум бирергә тейеш. Белгестәр ошоға оҡшаш ҡапҡанға эләкмәҫ өсөн тотонолған машинаны алыр алдынан уны ентекле тикшереү мөһим. Алған хәлдә лә залогка һалыныуы асыҡланһа бирешергә ярамай, тип кәңәш итә юристар.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку