Тормош кимәле иҡдисади күрһәткестәргә ҡарап баһалана

Тормош кимәле иҡдисади күрһәткестәргә ҡарап баһалана 10.06.2015

Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ ауыл ерендә лә яңы һулыш ала. Әммә яңы эш башлаусы йүнселдәргә этәргес көс биреү һәм дөрөҫ юл күрһәтеү мөһим.  

Күгәрсен районының Исем ауылында үткән «Иҡдисад нигеҙе» форум-ултырышында ҡатнашыусылар тап ошо һорауҙар буйынса фекер алышты. Ҡунаҡтар урындағы эшҡыуарҙар етештергән тауарҙар менән танышты, күргәҙмә ҡараны. Артабан һөйләшеү түңәрәк өҫтәл артында дауам итте. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов билдәләүенсә,   Күгәрсен һәм Ейәнсура  райондары эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвесторҙар менән эшләү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. «Шулай ҙа бер нөктәлә туҡтап ҡалырға ярамай,»- тине Вячеслав Африкович. Эшҡыуарҙар менән бер рәттән эшләүсе, район, республика ҡаҙнаһына тос өлөш индереүсе ауыл хужалыҡтары вәкилдәре үҙҙәренең баҙар шарттарына бәйле килеп тыуған ҡыйынлыҡтар хаҡында һөйләне, һәр һорау буйынса ҡыҙыу әңгәмә ҡоролдо.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика