Торлаҡтың квадрат  метры күпме торорға тейеш?  17.03.2017

Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы Рәсәй субъекттарында 2017 йылды икенсе кварталына күсемһеҙ милектең хаҡын билдәләне. Башҡортостанда ул 36 132 һум тәшкил итте.

Волга буйы федераль округында беҙҙең төбәк Пермь крайынан һәм Түбәнге Новгород өлкәһенән ҡала алдынғылар иҫәбендә. Әммә был  баҙар шарттарында торлаҡ һатып алыусылар түләгән хаҡҡа тап килмәй. Был сумма дәүләт прораммалары буйынса  фатир һатып алғанда айырым категория граждандарға  социаль түләүҙәрҙе һәм торлаҡ сертификаттарын, федераль бюджеттан бүленгән субсидияларҙы  иҫәпләү өсөн ҡулланыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика