Торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданыусылар, законһыҙ төҙөлөш, бер фатирҙы ике кешегә һатыу һәм ҡара риэлторҙар тураһында даими ишетеп торабыҙ

Торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданыусылар, законһыҙ төҙөлөш, бер фатирҙы ике кешегә һатыу һәм ҡара риэлторҙар тураһында даими ишетеп торабыҙ 14.03.2017

Шуның өсөн дә бер кем дә мутлашыусыларҙың сираттағы ҡорбаны булғыһы килмәй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә бөгөнгә тиклем риэлторҙар эшмәкәрлеге тураһында закон ҡабул ителмәгән. Ә инде 2002 йылда лицензия алыу ғәмәлдән сығарылғандан һуң был һөнәр менән барыһы ла шөғөлләнә ала. Сит кешенең милкен һатыуҙан процент алыу барыһын да ҡыҙыҡһындыра. Һөнәрҙең абруйын һаҡлау һәм төбәктең алдынғы риэлторҙар агентлыҡтарын берләштереү маҡсатында Башҡортостандың риэлторҙар гильдияһы ойошторолдо.
Адель Сәйфуллина, «Өфөнөң күсемһеҙ милеге» генераль директоры: «Әле баҙарҙа һәм хаҡтарҙа ниндәйҙер буталсыҡ. Күрһәтелгән уңайлыҡтарҙа ла, төҙөүселәр менән хеҙмәттәшлек буйынса ла тәртип булманы. Шуға ла беҙ етешһеҙлектәрҙе иҫкәртеү өсөн баҙарҙың асыҡ булыуына өҫтөнлөк бирҙек. Бының өсөн гильдияға халыҡтың ышанысын яулаған эре компанияларҙы берләштерҙек. Уларҙың күрһәтелгән хеҙмәттәргә хаҡтары билдәләнгән һәм сифат өсөн дә гарантия бирә».  
Күсемһеҙ милек менән бәйле эштәрҙең 2 проценты судтарҙа ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табыла. Шуға ла фатирҙар һатыу буйынса интернеттағы иғландарға тулыһынса ышанырға ярамай. Сөнки фатир өсөн һәр ғаилә ҙур күләмдә аҡса түгә, ә етерлек сумманы йыйыу өсөн оҙайлы йылдар талап ителә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку