Торлаҡ баҙарында үҙенсәлекле тикшереүҙәр 30.03.2017

Белгестәр бер метр икенсел торлаҡтың хаҡын төбәктәрҙә 2016 йылдың һуңғы кварталы буйынса һәр айҙың уртаса эш хаҡы менән сағыштыра. Тикшереүҙәрҙән асыҡлауынса, Рәсәйҙең ете төбәгендә йәшәүселәр генә үҙҙәренең эш хаҡына бер квадрат метрҙан күберәк майҙандағы торлаҡҡа дәғүә итә ала.

Магадан өлкәһендә йәшәүселәрҙең уртаса эш хаҡы 77 мең һумдан ашыу, был аҡсаға  улар 1,8 квадрат метр икенсел торлаҡ һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Был илдәге иң яҡшы һөҙөмтә. Унан ҡала Ямал-Ненец, өсөнсө урында Ханты-Манси Автономиялы Округтары. Был төбәктәрҙә  уртаса эш хаҡына 1,39 квадрат метр торлаҡ алырға мөмкин.
Адель Сәйфуллина, «Уфимская недвижимость» компанияһының генераль директоры: «Альтернатив килешеүҙәрҙең артыуын күҙәтәбеҙ. Икенсел торлаҡ һатылғанда күберәк фатирҙар яңы йорттарҙа һатып алына».
Белгестәр билдәләүенсә, дүрт төбәктә: Калининград өлкәһе, Ставропаль крайы, Татарстан һәм Брянск өлкәһендә күсемһеҙ милеккә хаҡтар төшөүе күҙәтелә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика