Торатау сеймалға эшкәртелмәйәсәк

Торатау сеймалға эшкәртелмәйәсәк 23.11.2015

Республикала «Сода» компанияһы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек башҡа урындар ҙа байтаҡ. Был турала  Рөстәм Хәмитов медиафорум сиктәрендә үткән район баҫмалары хәбәрселәре менән осрашыуҙа белдергәйне. Изге тауыбыҙҙың яҙмышы ниһайәт, хәл ителде. Был хәбәрҙе ишеткән һәр кем оло ҡыуаныс кисерҙе.  Бигерәк тә Торатау итәгендә йәшәүсе Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡы.  Әгәр Торатауҙы эшкәртә башлаһалар ауылдың ниндәй хәлдә ҡалыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

Бына ул диңгеҙ тереклектәре эҙҙәре. Торатауҙан алып ҡайтҡан таштар  Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе музейында ҡәҙерләп һаҡлана. Улар ҡасандыр был урында диңгеҙ йәйрәп ятыуына дәлил.
Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе уҡыусылары  Торатау тураһында белемен синыфтан тыш дәрестә  нығыта. Тауҙы ауылдан,  ауылды тауҙан айырып ҡарап булмай.
Йәше миллион йылдар  менән иҫәпләнгән тауҙың яҙмышы һуңғы йылдарҙа ҡурҡыныс аҫтында ҡала килде. Стәрлетамаҡтағы «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен ул  әҙер сеймал булараҡ ҡыҙыҡһындыра. Ул  эзбизташ алыу өсөн ғәйәт уңайлы ерҙә. Ә халыҡ ерҙең кендеге тип һанаған тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыу ниәтендә төплө акциялар, митингылар ойошторҙо, тау тирәләй төрлө бәхәстәр ҡупты. Уҙған аҙнала республика башлығы быға нөктә ҡуйҙы.  
Был хәбәрҙе ишеткән һәр кем оло шатлыҡ кисерҙе. Ә Урман -Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүселәр кисергән хистәрҙе һүҙ менән генә  аңлатып бирерлек  түгел. Бында  һәр кем тормошон Торатауҙан башҡа күҙ алдына  килтерә алмай.
Торатау борондан  изге тау һаналған, унда төрлө йолалар үтәлгән. Тауҙың көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш яғының өҫкө өлөшөндә бер нисә мәмерйә, итәгендә «Тыуар-Һалған» күле бар. Уның океан кимәленән абсолют бейеклеге 406 метрҙан ашыу. Тауҙың планетала аналогы юҡ. Бында Башҡортос¬тандың ,,Ҡыҙыл китабы»на ингән 100-ҙән ашыу һирәк осрай торған үҫемлек үҫә. Урындағылар хәтерләүенсә, геологик  һәм башҡа тикшеренеү эштәре электән алып барылған.  
Торатауҙан  йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй. Уға күтәрелеү өсөн донъяның төрлө тарафынан туристар килә. Үҙәк өҙгөс әсе ел иҫеп тороуға һәм һалҡын булыуға ҡарамай тауға артылыусыны осраттыҡ.  
Рухи тотҡабыҙ, ғорурлығыбыҙ һәм байлығыбыҙ булған тауҙы Ер йөҙөнән юҡ итергә маташыуға сик ҡуйылды тип аңларға кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку