Үткән йыл Башҡортостандың макро иҡтисады өсөн «тигеҙ» булды 01.03.2016

Фараздар шатланырлыҡ булмаһа ла, ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирештек. Был турала республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков йыл йомғаҡтарына арналған коллегия ултырышында белдерҙе.

Министр әйтеүенсә, республикала сәнәғәт етештереү күләме йөҙ проценттан ашҡан. Айырыуса, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш тармағы яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән. Төп капиталға йәлеп ителгән инвестиция индексында  ҙур булмаһа ла үҫеш күҙәтелгән. Киләһе йыл кәм тигәндә ошо күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡалыу, тине Сергей Новиков.
Сергей Новиков, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры: «Беҙгә ябай булмаған шарттарҙа эшләргә тура килә. Шулай ҙа сәйәси күренештәр һөҙөмтәләрен мөмкин тиклем йомшартыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Киләһе йылда беҙҙең министрлыҡ та, көрсөккә ҡаршы көрәш штабы ла өлгәшелгән күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡалырға тырышасаҡ. Әгәр иҡтисади хәлде яҡшыртыу мөмкинлеге булһа беҙ уны ҡулдан ысҡындырмаҫбыҙ, тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика