«Тимер ат» артынан ҡыуып, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡалырға мөмкин

«Тимер ат» артынан ҡыуып, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡалырға мөмкин 14.10.2016

Өфөлә йәшәүсе бер нисә кеше «Уңайлы торлаҡ, автомобиль» кооперативына йөҙ мең һумдан ашыу күләмендә пай иғәнәһен индереп отолдоҡ тип, беҙҙең редакцияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Денис Ольдер үҙен тыныс ҡына тота алмай. Егетте аңларға була.  «Уңайлы торлаҡ, автомобиль» кооперативына ышанып, ул йөҙ мең һумдан ашыу аҡсаһын елгә осора. Былтыр ойошма аша ул үҙенең хыялланған автомобилен процентһыҙ  кредитҡа һатып алырға була. Әммә бер нисә ай үткәс, тәүге иғәнә итеп индергән аҡсаһын кире алырға теләп, килешеүҙе тарҡата.
Тик кооператив вәкилдәре Денисҡа апрелдән алып был сумманың алтынан бер өлөшөн, егерме мең һумын ғына кире ҡайтарған.
Ойошма вәкиленә ышанырғамы-юҡмы, әммә кооператив күрһәткән хеҙмәттәрҙән бер Денис ҡына зыян күрмәгән. Өфөнән Лиана менән Вадим Низаметдиновтар ҙа былтыр 120 мең һумлыҡ тәүге иғәнә индереп, тимер атын һаман күрә алмай интегә.
Кооператив процентһыҙ займдар принцибы буйынса эшләй. Тәүҙә - пай иғәнәһен индерергә кәрәк һәм тәҡдим ителгән варианттарҙан автомобиль йә торлаҡ һайларға ғына ҡала. Финанс пирамидалағы кеүек, кәрәкле сумма башҡа клиенттарҙан  йыйылып килһә, гражданиндың теләге тормошҡа аша тиһәң дә була. Биш йыл эсендә ул тауар өсөн  ҡуйылған хаҡты бер ниндәй процентһыҙ  түләй. Билдәле булыуынса, компания республиканың бер нисә ҡалаһында эшләй.
Ойошманың Үҙәк баҙар янындағы филиалын еңел генә табырлыҡ та түгел. Күп ҡатлы йортта бер ниндәй ҙә алтаҡта ҡуйылмаған. Клиенттарҙы подвалда булдырылған офиста ҡабул итәләр.
Кооператив етәксеһе киҫкен мәсьәләгә аныҡлыҡ индереүҙән баш тартманы. Баҡтиһәң, редакцияға мөрәжәғәт иткән Денис Ольдер менән ул яҡшы таныш. Пайсының дуҫтары компанияға ике миллион һумлыҡ бурысын ҡапламаған. Бынан тыш, егеттең килешеүендә аҡсаны кире  ҡайтарыу ваҡыты уҙмаған.
Артем Дегарев, «Уңайлы торлаҡ-автомобиль» кооперативы рәйесе  Уставҡа ярашлы, был түләүҙәрҙе беҙ ун ике ай эсендә башҡарырға тейешбеҙ. Вадим Низаметдиновҡа килгәндә, ул да һеҙгә зыян күрҙем тип мөрәжәғәт  иткән. Минеңсә, уның дәғүәләренең берҙән бер сәбәбе - беҙ тәҡдим иткән автомобилдәрҙе һайларға теләмәүендә.
Әгәр ҙә кооператив етәкселеге клиенттары менән уртаҡ тел таба алмаһа, һуңғылары судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына. Шул уҡ ваҡытта белгестәр финанс компаниялар менән бәйләнешкә ингәндә, килешеү шарттарын ныҡлы өйрәнергә, алдан уҡ юристар менән кәңәшләшеп эшләргә саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика