Тиктормаҫ доллар

Тиктормаҫ доллар 21.01.2016

Баҙарҙа ялған эсемлек, контрафакт тауарҙың артыуы илдәге иҡтисади хәлдең ҡатмарлаша барыуы менән дә бәйле тигән фекерҙә белгестәр. Бөгөн валюта биржаларында долларҙың хаҡы 86 һумға тиклем барып етте. Әле рәсми курс 79 һумдан саҡ ҡына юғарыраҡ. Шуның менән бергә нефть арзанайыуын дауам итә, әле ул барреленә 28 доллар тәшкил итә. Рәсәй һумы түбән тәгәрәүен дауам итеүгә ҡарамаҫтан, ил хөкүмәте ниндәйҙер әүҙем саралар ҡабул итергә ашыҡмай. Рәсми аңлатмаларға ярашлы, иҡтисади хәл тотороҡло һанала. Валюта курсының кинәт үҙгәреүе халыҡҡа нисек тәҫьир итте?

Фәнис Ғиләжев долларға хаҡ артыуын үҙ елкәһендә һиҙгән. Америка һәм япон мотоциклдары менән сауҙа итеүсе ир иҫәп-хисапты сит ил валютаһында алып бара. Ләкин һумдың арзанайыуы сәбәпле, кәсеп башҡаса килем килтерә алмай. Яңы хаҡҡа был мотоциклдарҙы бер кем дә алмаясаҡ ти эшҡыуар. Әле Фәнис бер йыл элек алынған техникаларын һатып бөтөрөү тураһында хыяллана.
Фәнис Ғиләжев, мотоциклдар менән сауҙа итеүсе:«Хәҙер минең маҡсатым бер - булған техниканы һатып бөтөрөп, сығымдарҙы бөтөрөргә. Йәғни, бина ҡуртымын, эш хаҡын түләүҙе туҡтатырға уйлайым, ябылабыҙ инде».
Фәнис Ғиләжев ихтыяждың кәмеүенә лә зарлана. Билдәле иҡтисади сәбәптәргә бәйле, халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге түбәнәйеүен дауам итә. Әле аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡтарға хаҡтар яраҡлы ҡалһа, сит ил тауарҙары  күптәр өсөн буй етмәҫлек бейеклек. Валюталар тотороҡһоҙланғанда ябай халыҡҡа нисек йәшәргә? Һорауға яуап эҙләп беҙ урамға сыҡтыҡ.  
Әйткәндәй, әле һумдың долларға ҡарата курсы бер аҙ юғарыраҡ тигән фекер ҙә бар. Нефттең барреле 25 доллар самаһы торған саҡта  америка баксы 100 һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Әле Рәсәй аҡсаһы был күрһәткескә барып етмәгән. Быға тәү сиратта халыҡтың доллар һатып алыуға ынтылмауы сәбәпсе, ти иҡтисадсылар, ватандаштарыбыҙҙа милли валютаға ышаныс юғары ҡала.
Рәсәй һумының капитализм сағылышы булған доллар менән алышы бөгөн һәр яҡлап иғтибар үҙәгендә. Артабан хәл нисек үҙгәрәсәге тураһында берҙәм генә фекер юҡ, һәм быға тәҫьир итеүсе сәбәптәрҙең күплеген иҫәпкә алғанда, булыуы ла мөмкин түгел. Шуға ҡарамаҫта, халыҡ араһында ғауға юҡ, 90 сы йылдарҙан айырмалы рәүештә банк бүлексәләре эргәһендә лә сираттар күҙәтелмәй. Белгестәр ҙә 98 йылдың ҡабатланасағына ышанмай.
Арзан сеймал Рәсәй иҡтисадын ауыр хәлгә ҡуйһа ла, эшкәртеүсе предприятиелар өсөн был яҡшы тигән фекер ҙә бар.
Был шарттарҙа иҡтисад үҫешен башҡаса тәьмин итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Донъя кимәлендә игенгә ихтыяж элеккесә юғары ҡала, ә беҙҙе файҙаланмаған һөрөнтө ерҙәр күп. Һығымта үҙенән-үҙе килеп сыға.
Ә бына халыҡҡа  йыйған аҡсаһын нисек һаҡларға тигән һорауға бер кем дә аныҡ ҡына яуап бирә алманы. Ләкин башлыса иҡтисадсылар оҙаҡламай нефть, уның менән бергә һум да үҫә башлаясаҡ тигән фекерҙә. Бынан тыш, машиналар төҙөү һәм ауыл хужалығы тармаҡтарында импортты алмаштырыу башланғыстары ла һөҙөмтә бирә башланы, ти белгестәр. Үҙгәрештәр һиҙелерлек кимәлгә  бер нисә йылдан сығыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика